Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2019, 11:10

Беҙҙең хәүефһеҙлек һеҙгә бәйле

«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы үҙенең 95 йыллыҡ байрамын билдәләй.

«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы үҙенең 95 йыллыҡ байрамын билдәләй.
«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте - Башҡортостан юл төҙөлөшөнөң әйҙәүсе предприятиеһы.
Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы – “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы ҙур һәм тотороҡло эшләүсе предприятиеларҙың береһе. Предприятиеның төп бурысы – дөйөм файҙаланыуҙа булған автомобиль юлдарын ремонтлау, асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләү һәм юл төҙөлөшө буйынса эштәр башҡарыу.
Ул, район биләмәһенең юлдар селтәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, яңы юлдар, күперҙәр, предприятиеларҙың, социаль объекттарҙың биләмәләрен төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнә.
Хәҙерге ваҡытта Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы ҡарамағында 287,5 саҡрым төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юл иҫәпләнә. Шуларҙың 215,2 саҡрымы – ҡаты япмалы, 70,3 саҡрымы – асфальт-бетон, 2 саҡрымы грунтлы юлдар. Шулай уҡ улар яуаплылығында яһалма ҡоролмалар: 12 күпер, 377 торба, 15 автопавильон, 35904 м барьерлы ҡоймалар, 4541 м трослы ҡоймалар бар.
Идаралыҡ 175,3 саҡрым урындағы әһәмиәтле автомобиль юлдарын: шуларҙың 12,5 саҡрымы - асфальт-бетон япмалы, 162,8 саҡрымы – күсемле төр япмалы, 4 күперҙе, 70 торбаны, 6234 м барьерлы һәм трослы ҡоймаларҙы хеҙмәтләндерә.
Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәксеһе Руслан Денисламов әйтеүенсә, дөйөм алғанда, 2019 йыл башынан алып Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы 170 млн. һумлыҡ эш башҡарған.
-Ағымдағы йылда муниципаль заказ буйынса эшләнгән эштәрҙең күләме 3,4 млн. һум, “Тыуған урам” программаһына ярашлы эшләнгән эштәр күләме 6,1 млн. һум тәшкил итте. Хөкүмәттең территориаль заказын үтәүгә - төҙөлөш, ремонт һәм автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереүгә 88,9 млн. һум аҡса үҙләштерелде. Иҫке Собханғол ауыл биләмәһенең “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы заказы буйынса Ленин урамындағы 64-се йорттоң ихата биләмәһен төҙөкләндереүҙә 568 мең һумлыҡ эш башҡарылды. Әлеге ваҡытта 12 млн. һумлыҡ килем күҙәтелә. Был беҙҙең өсөн яҡшы күрһәткес.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 18 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: