Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:06

Уңғандың ҡулы етәү

Районда  егәрле, эшһөйәр кешеләр бихисап. Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Фәрғәт менән Светлана Әхмәтовтар тап шундайҙарҙан. Уларҙың донъяһы гөрләп тора: мал-тыуар аҫрайҙар, ҡорт тоталар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, йыл һайын йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алалар. Уңған ҡатын гөл дә үҫтерергә ярата.

- Етеш тормош өсөн ауылда хәҙер бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Күпләп мал тотабыҙ. Бер тайҙы һимертеп, һуйып һатам да, урынына, аҡса етәрлек булһа - тай алабыҙ, аҡса самалы булһа, ҡолон алып үҫтерәбеҙ. Бер тай һатһам, урынына ике ҡолон алып була. Яҙға тиклем бер тайҙы һимертеп тотам да, йәй буйы шуның ите үҙебеҙгә етә, - ти өй хужаһы.
Улар эшләгән ҡаҙыны ла кешеләр маҡтап алалар икән.
Малдарына ҡышҡа етәрлек бесәнен дә әҙерләп ҡуйған хужа.
- Бесәнде техника менән эшләргә яратмайым. Ҡул менән рәхәтләнеп, боронғоса эшләйем. Ундай бесәндең еҫе лә тәмле була, - тип көлә Фәрғәт ағай.
Мал тотоу менән бер рәттән ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә тырыш ғаилә.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 18 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: