Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2019, 16:00

Мәһәҙейҙә иман йорто асылды

Ошо көндәрҙә Мәһәҙей ауылында иман йорто ишектәрен асты.

Ошо көндәрҙә Мәһәҙей ауылында иман йорто ишектәрен асты.
Белем усағы эргәһендә ҡалҡып сыҡҡан мәсетебеҙ ауылға нур сәсеп ултыра. Аллаһ йортон төҙөүгә йөрьәт итеүсе – эшҡыуар, Афған һуғышы ветераны Фәнис Сәйәхов. Ул мәсет төҙөү өсөн ағас йүнләп алғас, ир-ат күмәкләп бура бурап, нигеҙ ҡороп, күтәреп тә ултырта. Артабан тышҡы һәм эске эштәргә оҫталар йәлеп ителә.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, егерменсе быуат баштарында ауылда мәсет була. Мәһәҙейҙәге мәсеткә Ғөбәйҙулла олатайҙы Әбйәлилдең Ҡаҙмаш ауылынан ғаиләһе менән күсереп алып килеп, указлы мулла итеп тәғәйенләйҙәр. Бик уҡымышлы кеше була ул, дини тәрбиә биреүгә күп көс һала.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күмәк көс менән төҙөлгән мәсетебеҙҙе асыу тантанаһы “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙарының сәләмләү сығышы менән башланып китте. Унан Шәкир Хәсәнов хәҙрәттең ейәне, йәш мәзин Илдар Хәсәновтың аҙан тауышы яңғыраны.
Ауылдаштарыбыҙ Алһыу һәм Фәнис Сәйәховтар, Әбйәлил районынан ауылдашыбыҙ Айһылыу һәм Шәрифйән Ғәлиндар ошо матур мәсет асылған көндө ҡорбан салдырып, мул табын ҡороп, ҡәрҙәштәребеҙҙе һыйлап, сауап алдылар.
Иман бар ерҙә, иншаллаһ, ырыҫ-бәрәкәт, ҡот тағы ла артырына өмөт ҙур.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 15 октябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: