Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2019, 11:04

Солоҡ балы ашап, яман шештән, шәкәр диабетынан шәбәйгәндәр

Ҡөрьәндә тикмәгә генә ”Бал ҡорто” тигән сүрә бар тиһегеҙме лә, унда Аллаһ ошо кескәй генә мәхлүккә – бал ҡортона: ”Аллаһ күрһәткән юлдар буйлап ос”, - тип юҡҡа ғына бойорған тиһегеҙме – был бөжәктә лә, уны көткән халыҡта ла әле кешелек асып етмәгән хикмәттәр бар!

Ҡөрьәндә тикмәгә генә ”Бал ҡорто” тигән сүрә бар тиһегеҙме лә, унда Аллаһ ошо кескәй генә мәхлүккә – бал ҡортона: ”Аллаһ күрһәткән юлдар буйлап ос”, - тип юҡҡа ғына бойорған тиһегеҙме – был бөжәктә лә, уны көткән халыҡта ла әле кешелек асып етмәгән хикмәттәр бар!
Ошо һүҙҙәрҙең раҫлығына Ғәлиәкбәр ауылының данлыҡлы солоҡсоһо, ҡортсоһо, ауылдың имам-хатибы, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән халыҡ мәҡәлен тотоп, етмеш үк булмаһа ла, бихисап һөнәрҙәргә эйә Самат Хәмит улы Сабитов менән әңгәмәнән һуң тағы бер инандым.
Был ир-уҙамандың кәсеп-һөнәрҙәре бихисап: уҡып алғандары радиотехник һөнәре менән имам-хатиб булһа (Рәсәй ислам университетын тамамлаған), тормош өйрәткәндәре - солоҡсо, ҡортсо, батмансы, балта оҫтаһы, тире иләүсе, тиренән кәпәс (бүрек) тегеүсе, һунарсы һәм башҡалар...
Беҙ барғанда Самат ағай кейәүе менән бесән өйөп йөрөй ине – һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала, тип тормаған, ең һыҙғанып эшкә керешкән. Быйылғы ямғырлы йәй бесән эшләү ваҡытын шулай һуҙып ебәрҙе шул – аҙыраҡ янған бесәнен әүеш-теүеш итеп йөрөүҙәре.
Тау битендәге баҡса тулы умарта, өҫтәрәк ҡабыҡ башлы, ҡабыҡ тышлы оя-омшаник. Унда ҡорттар ҡыш сыға икән. Ҡайҙа уңышлы ҡышлауҙарын тикшерер өсөн хужа бер ни тиклем умарталарын өй баҙына ла ултырта.
“Нисек солоҡсо, ҡортсо булып киттегеҙ?” – тигән һорауға Самат ағай бик ихласлап яуап бирҙе.
- Олатайҙарым солоҡсо минең. Сабитов Ибраһим олатай бына тигән солоҡсо булған. Атайым – уҡытыусы, ул бөтөнләй солоҡсо түгел, етмәһә, ҡорттан ҡурҡа ине, әммә кешегә әйтеп булһа ла солоҡ яптырҙы.
Мин мәктәптә уҡыған йылдарҙа (5-8-се кластарҙа) мәктәптең ҡорттарын ҡараныҡ. Байғазин Миңлеғәле ҡарт мәктәптең ҡорттарын тәрбиәләп тота ине. Ана шул ағай бөтә нәмәгә өйрәтте.
Бер олатайым, Исламбаев Абдулла олатай, бик оҫта батмансы ине. Уның батманына еткән батман булманы, тип хәтерләй ҡарттар. Күрше Хәлил бабай ҙа бына тигән оҫта батмансы булды – шунан да өйрәндем был боронғо кәсеп-шөғөлгә.
Умарта, солоҡтарым әлхәмдүлилләһ (күпме ныҡышһаң да, Бөрйән солоҡсолары, умартасылары солоҡ, умартаһының теүәл һанын әйтмәй, был – ҙур һәм йәшерен сер). Мин солоҡтарымды ай буйы ябам, ә ҡурсаулыҡтыҡылар – ике көндә.
Йөҙләп буламы солоҡтарығыҙ, тип ныҡышыуыма: “Һе, йөҙ – һан түгел!” - тип кенә ебәрә Самат ағай.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 11 октябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: