Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2019, 13:00

Муллыҡ, бәрәкәт тантанаһы

Республика көнөнә арналған сараларРеспублика көнөнә арналған сараларҙың беренсе өлөшөндә ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ойошма етәкселәре, саҡырылған ҡунаҡтар Ағиҙел ҡасабаһындағы “100 йыллыҡҡа – 100 объект” республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән яңы мәктәпкә юлланды. Ағиҙел мәктәбе яңы, заманса йыһаздар менән тәьмин ителгән.

Республика көнөнә арналған саралар
Республика көнөнә арналған сараларҙың беренсе өлөшөндә ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ойошма етәкселәре, саҡырылған ҡунаҡтар Ағиҙел ҡасабаһындағы “100 йыллыҡҡа – 100 объект” республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән яңы мәктәпкә юлланды.
Ағиҙел мәктәбе яңы, заманса йыһаздар менән тәьмин ителгән. Мәҫәлән, бығаса таныш булмаған лингафон кабинетында тауыш техникалы һәм проекцион аппаратура бар. Был ҡорамалдар дәрес барышында балаларға телдәрҙе өйрәтеү процесын яңы сифатлы кимәлгә күтәрә.
Технология кабинетында ҡыҙҙар өсөн тегеү машиналары урынлашҡан.
Өр-яңы, заманса бинала, сифатлы белем алыу, спорт менән шөғөлләнеү, төрлө яҡтан үҫешеү  өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Яңы мәктәпте матур килеш һаҡларға, ҡәҙерен белергә, тырышып уҡырға ғына ҡала.
Ялтырап торған мәктәптең бер ҡанатында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашҡан.
Мәктәптән һуң, ҡунаҡтар “Тыуған урам” программаһына ярашлы асфальт түшәлгән М. Гәрәев урамын ҡарап, газ яғыулығы ҡойоу станцияһын асыу тантанаһына юлланды.
Яңы газ яғыулығы ҡойоу станцияһы
асылды
Станция асфальт-бетон заводы ҡаршыһында урынлашҡан. Был транспорт төрҙәрен экологик яҡтан таҙа яғыулыҡҡа күсереү йәһәтенән ҙур башланғыс булып тора.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, газ яғыулығы ҡойоу станцияһын халыҡ күптән көткән.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 11 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: