Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2019, 11:00

Байрам менән, хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был көн тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары һәм киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Унда халҡыбыҙҙың рухи мираҫы, традицияларына тәрән ихтирам, республикабыҙға һәм уның һоҡланғыс кешеләренә һөйөү сағыла.
Бөгөн Башҡортостаныбыҙ үҙенең тәбиғәте, файҙалы ҡаҙылмалары һәм тырыш халҡы менән дан тота. Ул күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтенә ингән, Рәсәйҙең ҡеүәтле төбәктәренең береһе. Беҙҙең республикала халҡыбыҙ берҙәм һәм татыу йәшәй, илебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерә. Беҙ уның бай тарихы һәм ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Ошо ҡаҙаныштарҙы артабан да һаҡларға һәм киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм бәхет, районыбыҙ һәм республикабыҙ хаҡына эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Р. Шәрипов, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: