Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 16:00

Иртәгә – район үҙәгендә ҙур байрам!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 октябрҙә Республика көнө уңайынан район халҡын ҙур саралар көтә. Байрам иртәнге 8.00 сәғәттән үк старт ала.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 октябрҙә Республика көнө уңайынан район халҡын ҙур саралар көтә. Байрам иртәнге 8.00 сәғәттән үк старт ала.
Иң башта етәкселәр, саҡырылған ҡунаҡтар Ағиҙел ҡасабаһындағы “100 йыллыҡҡа – 100 объект” республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән мәктәптә, унан һуң “Тыуған урам” республика программаһы буйынса асфальтланған урамда буласаҡ.
Артабанғы объект – газ яғыулығы станцияһы. Район халҡы күптән көткән станция тап ошо көндә рәсми рәүешә асыла.
Унан һуң ҡунаҡтар район үҙәгенең Ленин урамындағы 64-се йорттоң “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ихата биләмәһен, капиталь ремонт үткән К. Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбен ҡараясаҡ.
11.00 сәғәттә көҙгө йәрминкәне асыу тантанаһы үтә. Унда байрам ҡотлауы, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү саралары ҡаралған.
Йәрминкәлә, йылдағыса, ауыл хужалығы тауарҙары (ит, һөт ризыҡтары, бал, йәшелсә, картуф, көнкүреш әйберҙәре, иген, утын һ.б.) мул буласаҡ. Шулай уҡ баҙар ҙа эшләйәсәк. Дөйөм туҡланыу урындарында халыҡҡа байрам һыйҙары тәҡдим ителәсәк.
Байрам концерты ла күңелегеҙгә хуш килер.
Һатығыҙ, һатып алығыҙ, рәхәтләнеп ял итегеҙ, райондаштар!
Читайте нас: