Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 13:00

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте ниндәй бурыс үтәй?

Район биләмәһендә берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте (ЕДДС) Иҫке Собханғол ауылының Ленин урамы, 61 адресы буйынса район хакимиәте бинаһында урынлашҡан. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, ваҡытында туҡтатыу һәм бөтөрөү менән бәйле барлыҡ хеҙмәттәрҙең эшен координациялаy маҡсаты менән 2010 йылда ойошторолған.

Район биләмәһендә берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте (ЕДДС) Иҫке Собханғол ауылының Ленин урамы, 61 адресы буйынса район хакимиәте бинаһында урынлашҡан. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, ваҡытында туҡтатыу һәм бөтөрөү менән бәйле барлыҡ хеҙмәттәрҙең эшен координациялаy маҡсаты менән 2010 йылда ойошторолған.
- «112» номерын hәр кеше белергә тейеш. Уның ярҙамында ашығыс медицина ярҙамы, янғын һағы, полиция, газ селтәренең авария хеҙмәте, һыу менән тәьмин итеү хеҙмәте, электр селтәрҙәре хеҙмәте кеүек ҡабул итеүсе хеҙмәттәргә хәбәр итeргә мөмкин.
Тормошта төрлө хәлдәр була. Юл-транспорт hәләкәттәре, район ауылдарында электр энергияһы, һыу, газ, үҙәк йылытыу менән бәйле өҙөклөктәр, йә булмаһа, кешеләрҙең һаулығына hәм тормошона хәүеф янаған ниндәй ҙә булһа авария булған осраҡта ЕДДС-ҡа халыҡтан hәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарынан шылтыратыуҙар килә.
Әлбиттә, ЕДДС диспетчеры ғәҙәттән тыш хәл йәки башҡа хәлдәр урынына үҙе барып йөрөмәй. Уның вазифаһы - мәғлүмәтте тейешле хеҙмәттәргә еткереү hәм уларҙың эштәрен координациялаy.
Беҙҙең ойошмала 6 хеҙмәткәр эшләй: өлкән диспетчер – мин һәм дежур диспетчерҙар – И. Шәкиров, Д.Ҡурамшин, Р. Кәримов, И. Йәғәфәров, Р. Бикмөхәмәтов.
2018 йылдан алып беҙҙең районда «112» системаһы индерелде. «112» номерынан кергән шылтыратыуҙар башта Өфөләге шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә бара, унан һуң үҙәк диспетчеры тарафынан шылтыратҡан райондарға ебәрелә.
«112» системаһын ғәмәлгә индергәндән һуң, стационар йәки мобиль элемтә операторы аша үҙәк операторы шылтыратҡан кешенең урынын күрергә мөмкин. Ә законда ҡаралған тәртиптә, кәрәк булғанда, телефон номеры хужаһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе лә күрергә мөмкин.
Һәр «112» операторының айырым мониторы бар. Бөтә мәғлүмәт саҡырыу карточкаһында hәм геомәғлүмәт системаһында картала күрһәтелә.
Киләсәктә ЕДДС хеҙмәте, «Имен ҡала» республика программаһына ярашлы, яңы, заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк. 2020 йылдың март айына тиклем Иҫке Собханғол һәм Байназар ауылдарының бер нисә урамдарына видеокамералар ҡуйыласаҡ. «112» операторы үҙенең эш урынында ваҡиға урынынан яҡын арала видеокамералар трансляцияһын ҡарай ала, видеокүҙәтеү операторы камераларҙан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә «112» өсөн автомат рәүештә ваҡиға төҙөү мөмкинлегенә эйә була.
Көнөнә 10-15 шылтыратыу ҡабул итәбеҙ. Шуларҙың яртыһы ялған, йә булмаһа теге йәки был учреждение номерын асыҡлау өсөн шылтыратыу, ә ҡайһы берҙә һауа торошон йәки теүәл ваҡытты белергә теләүселәр булырға мөмкин. Халыҡ бер ябай әйберҙе аңлаһын ине - ғәҙәттән тыш хәл буйынса ниндәй миҙгелдә булһа ла шылтыраталар. Мәҫәлән, кемдер шаяртып, иртәгәгe hауа торошо тураһында һорай икән, был ваҡытта кемдер ниндәйҙер hәләкәт тураһында шылтыратыуы мөмкин. Линия буш булмау сәбәпле, мәғлүмәтте ваҡытында белеп өлгөрмәй, кешеләргә ваҡытында ярҙам итеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырыу тигән һүҙ был.
Район халҡын «112» номерына яуаплы ҡарарға саҡырам. Ата-әсәләргә, уҡытыусы hәм тәрбиәселәргә «112» номерына ҡайһы осраҡтарҙа шылтыратырға кәрәклеге тураһында балалар менән әңгәмәләр үткәрергә кәңәш итәбеҙ.
Әгәр һеҙ осраҡлы рәүештә «112» системаһына шылтыратаһығыҙ икән, трубканы ҡуймағыҙ, оператор номерҙы осраҡлы рәүештә йыйғанығыҙҙы белһен.
«112»-не йыйғас, онотмағыҙ — барлыҡ һөйләшеүҙәр ҙә яҙыла. Заманса техник саралар телефон хулигандарын асыҡларға hәм уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға ярҙам итә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ашығыс хеҙмәттәрҙе ялған саҡырған өсөн, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 19.13 статьяһында ҡаралғанса, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кешегә 1000-1500 һум күләмендә штраф һалына.
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә (112) шылтыратҡан ваҡытта нимә эшләргә кәрәк?
Килеп сыҡҡан хәл тураһында асыҡ итеп, тыныс ҡына аңлатығыҙ, үҙегеҙ менән таныштырығыҙ – фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен һәм ваҡиға килеп сыҡҡан урынды әйтегеҙ.
Әгәр һөйләшеү өҙөлһә, оператор һеҙҙең менән кире бәйләнешкә инергә тырышасаҡ.
Шылтыратыуҙарҙың бөтәһе лә теркәлеп бара, улар тураһында мәғлүмәт берҙәм базаға индерелә.
Беҙҙең ойошманың бәйләнеш номерҙары:
«112» - берҙәм номер, 3-52-60 – тура номер, 8-903-352-46-81 – Ватсапп һандары. Шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмгә лә мөрәжәғәт итергә була, - ти өлкән диспетчер Илгиз Мирасов.
Читайте нас: