Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 16:00

Һанлы телевидениеға күсәбеҙ

14 октябрҙә федераль аналог каналдары бөтөнләй күрһәтеүҙән туҡтатыла. Халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеү буйынса күберәк мәғлүмәт биреү маҡсатында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ришат Шәриповҡа мөрәжәғәт иттек.

14 октябрҙә федераль аналог каналдары бөтөнләй күрһәтеүҙән туҡтатыла. Халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеү буйынса күберәк мәғлүмәт биреү маҡсатында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ришат Шәриповҡа мөрәжәғәт иттек.
- Районда ҡайһы зоналарҙа һанлы телевидение тота?

- Бөгөнгө көндә районда 2 һанлы телевидение станцияһы бар. Иҫке Собханғол ауылының - 98,1 %-ы, Байназар ауылының – 100 %-ы, Ҡурғашлы ауылының – 66,4 %-ы, Яңы Собханғол ауылының 13,1%-ы станцияларҙың сигналын тотҡан зонаға тура килә.
- Граждандар хакимиәткә һанлы телевидениеға күсеүгә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләрме? Әгәр мөрәжәғәт итәләр икән, ниндәй һорауҙар бирәләр?

- Эйе, мөрәжәғәт итеүселәр була. Ҡайһы бер осраҡта, мәҫәлән, кемдәргә аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһы буйынса пособие быйыл ғына тәғәйенләнгән, улар исемлеккә инмәй ҡалыуы мөмкин. Уларға беҙ белешмә алыу өсөн ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ.
- Кемдәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә?

- Быға тиклем балаға пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған ине. Был категорияға ҡараусылар 2019 йылда һанлы приставка һатып алып, компенсация алыу тураһында 2019 йылдың 25 декабренә тиклем мөрәжәғәт итһәләр, приставка өсөн 1000 һум күләмендә дәүләт ярҙамы ала алалар. Бөгөнгө көндә дәүләт ярҙамы алыуға хоҡуҡлы граждандар иҫәбенә, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, тағы ла ике категория өҫтәлде. Беренсеһе - «Страховка пенсиялары тураһында»ғы Федераль законға ярашлы ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы йәшенә етеп, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү стационар учреждениеларында йәшәүселәр. Икенсеһе - медицина-социаль экспертиза федераль дәүләт учреждениелары тарафынан бирелгән шәхси реабилитация йә булмаһа абилитация программаһы (йәшерен субтитрлы программаларҙы ҡабул итеүсе телетекстлы телевизор) булған инвалидтар.
- Дәүләт ярҙамына дәғүә итеүселәр компенсация юллар өсөн ниндәй документтар йыйырға һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш?

- Компенсация түләү граждандарҙың ғаризаһы һәм түбәндәге документтары нигеҙендә ҡарала:

федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға:

а) ғариза яҙыусының шәхес танытмаһы;

б) пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алыуын раҫлаусы документтар (Пенсия фонды идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса райондағы бүлегенән йә булмаһа www.gosuslugi.ru сайтында шәхси кабинеттан алырға була).

в) йәшәү урынында теркәлеүен раҫлаусы документ;

г) приставка һатып алыуын раҫлаусы документ;

д) приставканың техник паспортының копияһы;

е) банктағы иҫәп реквизиттары.

2) аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһы буйынса пособие алыусыларға:

а) ғариза яҙыусының шәхес танытмаһы;

б) балаға пособие алыуы тураһында справка;

в) йәшәү урынында теркәлеүен раҫлаусы документ;

г) приставка һатып алыуын раҫлаусы документ;

д) приставканың техник паспортының копияһы;

е) банктағы иҫәп реквизиттары.

Ошо документтарҙы күп функциялы үҙәккә тапшырырға кәрәк.
- Районда һанлы телевидениеға күсеү йәһәтенән халыҡҡа аңлатыу эштәре нисек бара? Волонтерҙар нисек эшләйҙәр?

- Аңлатыу эштәре үткән йылдың сентябрь айынан алып барыла. Ауылдарҙа үткән отчет йыйылыштарында, сходтарҙа һөйләнелде. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм волонтерҙар был йәһәттән эш алып баралар. Районда бөтәһе 38 волонтер бар. Һанлы телевидениеға тоташтырыу, телевизорҙы көйләү буйынса ярҙам кәрәккән осраҡта, 3-53-47 телефонына шылтыратып, уларҙы саҡырырға мөмкин. Быйыл волонтерҙарға 57 мөрәжәғәт булып, барыһы ла хеҙмәтләндерелгән. Мәғлүмәттәр «Таң» гәзитендә баҫылып сыға.
- Бөгөнгө көндә күпме кешегә дәүләт ярҙамы күрһәтелде?

- Һуңғы күрһәткестәр буйынса, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында 834 ғариза теркәлгән. 23 сентябргә ҡарата районда бөтәһе 831 спутник антеннаһы ҡуйылған. Быйылғы йылда приставка өсөн 29 кеше компенсация алған.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт!
Читайте нас: