Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2019, 12:00

Заманса спорт-уйын майҙансығы асылды

Иҫке Собханғол урта мәктәбе биләмәһендә башланғыс синыф уҡыусылары һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн  яңы спорт-уйын майҙансығы асылды.

Иҫке Собханғол урта мәктәбе биләмәһендә башланғыс синыф уҡыусылары һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн  яңы спорт-уйын майҙансығы асылды.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында мәктәп етәксеһе Әхәт Әбдрәхимов был сараның мәктәп тормошо өсөн ҙур ваҡиға булыуын билдәләп үтте, майҙансыҡты төҙөүҙә ҙур бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы»ның («Башэлектросбыт») генераль директоры Андрей Травкинға, «Тормошҡа хоҡуҡ» ғаилә һәм кешенең социаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итеү буйынса Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Ирина Шляпинаға, Игорь Барабанщиковҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 1 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: