Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2019, 16:00

«...Яраларымды күҙ йәшем менән ялап, йәшәргә көс таба алдым»

- 2009 йылда килен булып төштөм мин был хозур төбәккә. Үҙемде Бөрйән кешеһе, тип тә әйтә алам, сөнки әсәйем Килдеғол ауылыныҡы - Күжәхмәтова Миңлегөл Фәрит ҡыҙы, ул Баймаҡҡа кейәүгә сыҡҡан. Атайымдың әсәһе, өләсәйем Исҡужина Зөһрә лә – Килдеғолдоҡо. Ул да Өмөтбай ауылына кейәүгә сыҡҡан.

Тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше төрлө мәлдәрҙә, шарттарҙа осрашыусан.
Бынан 7-8 йыл әүәл булалыр: Баймаҡта йәшәүсе һеңлемдән ҡайтып киләм. Темәстең был осона йәйәүләп сыҡтым да, Бөрйән яғына китеүсе машиналарҙы көтәм. Шул саҡ бер машина ен һымаҡ килеп туҡтаны. Водителен ҡарап тороу юҡ – машина эсенә ынтылам. Ингәс, ҡараһам, рулдә – ҡатын-ҡыҙ. Ул саҡта “тимер ат”ты йүгәнләгән ҡатын-ҡыҙ бөгөнгөләй күп түгел ине әле. Һөйләшеп киттек. Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы ҡыҙы, Бөрйән килене Сөмбөл икән.
Ҡырҡ боролошло, таш-колеялы юлдан тоҡойтоп ултырабыҙ. Килә торғас, тәгәрмәс тишелде. Сөмбөлдөң бик ҡыҫҡа ваҡыт арауығында тәгәрмәс алмаштырғанын, үҙ эшен төптән белгән эшем эйәһе ирҙәргә оҡшатып “һау” тәгәрмәстәренә типкеләп алғанын иҫем китеберәк ҡарап торғайным. Һәр хәлдә, миңә уның кеүек тиҙ тәгәрмәс алмаштырған кешене башҡаса осратырға тура килмәне.
Ярты интервьюмды шул мәлдә үк “алып” бөтһәм дә, Сөмбөл хаҡында яҙырға кәрәк, тигән теләк йылдар үткәс тағы яңырҙы.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 1 октябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: