Һеҙҙе ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайым!
Был көн беҙҙең барыбыҙ өсөн дә Һеҙгә күңел йылыһын, хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеү, тыуған еребеҙ үҫешенә башҡарған эштәрегеҙ өсөн оло рәхмәт белдереү мөмкинлеге лә бирә.
Һеҙ – донъя тотҡаһы һәм йәме, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлаусы, беҙгә һәм йәш быуын өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Артабан да намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, хаҡлы ялығыҙҙа яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп йәшәргә яҙһын.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, бәхетле ҡартлыҡ һәм балаларығыҙҙың һөйөнөстәренә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем!