Хеҙмәт юлына “Бөрйән” совхозының “Алға” бүлексәһендә башлай. 1979-1981 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәт итә. Артабан Үркәс ағас әҙерләү участкаһында ағас ҡырҡыусы, 1982 йылдан “Алға” бүлексәһендә эшсе, тракторист, унан “Алға” КФХ-һында тракторист, механик була. 1995-2001 йылдарҙа Бөрйән урман хужалығының Түбәнге Ағиҙел урмансылығында урмансы, Бетерә урмансылығында урман мастеры, “Бөрйәнурман” ЯСЙ-һында мастер, “Бөрйән урмансылығы”нда урман мастеры эштәрен атҡара.