Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2019, 16:00

Ҡолғана ауыл хакимиәте башлығы.

Ҡолғана ауыл хакимиәте башлығы - Ҡулбирҙин Илшат Мөхәмәт улы.

Ҡолғана ауыл хакимиәте башлығы - Ҡулбирҙин Илшат Мөхәмәт улы.
1984 йылдың 7 декабрендә Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Махсус урта белемле – Белорет педагогия колледжында белем алған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда “Ағиҙел” лагерында физик культура буйынса инструктор булып башлай. 2005 йылда Ҡолғана мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Артабан шул уҡ мәктәптең директоры вазифаһын башҡара. 2008-2009 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, йәнә Ҡолғана мәктәбендә уҡытыусылыҡ эшен башҡара. 2010-2011 йылдарҙа Ҡолғана ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе. Артабан йәнә Ҡолғана мәктәбендә уҡытыусы, Ҡолғана филиалы етәксеһе булып эшләй.
2014 йылдан Ҡолғана ауыл хакимиәте башлығы.
Читайте нас: