Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2019, 14:00

Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы

Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы - Сәғитов Садиҡ Сабит улы.

Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы - Сәғитов Садиҡ Сабит улы.
1966 йылдың 3 июлендә Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында зооинженер һөнәрен алған.
Хеҙмәт юлын 1983 йылда Ғәҙелгәрәй мәктәбендә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып башлай. 1984-1986 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. 1986-1991 йылдарҙа институтта уҡый. 1991-1997 йылдарҙа “Шүлгәнташ” совхозында зоотехник. 1997-2002 йылдарҙа Ғәҙелгәрәй мәктәбендә биология һәм химия уҡытыусыһы. 2002-2003 йылдарҙа ауыл хакимиәте башлығы, “Шүлгән-Таш” МУСП-һы директоры. 2003-2010 йылдарҙа Ғәҙелгәрәй мәктәбендә хәрби әҙерлек етәксеһе. 2010-2012 йылдарҙа “Ағиҙел” МУСП-һы директоры. 2012-2014 йылдарҙа аграр уҡыу-тәжрибә хужалығы мөдире. 2014 йылдан 2018 йылға тиклем шәхси эшҡыуарлыҡ етәксеһе.
2019 йылдың сентябренән Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы.
Читайте нас: