Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2019, 12:00

Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы

Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы - Шахниязов Раян Рамаҙан улы.

Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы - Шахниязов Раян Рамаҙан улы.
1984 йылдың 5 февралендә Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуған. Юғары белемле – Белоретта педагогик колледжды һәм БДПУ-ның Белорет ҡалаһындағы вәкиллеген тамамлаған.
2004-2005 йылдарҙа район үҙәгенең Баҙал биҫтәһендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 2005-2006 йылдарҙа мәғариф бүлегендә методист. 2006-2007 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. 2007-2014 йылдарҙа “Р.Р. Шахниязов” шәхси эшҡыуарлығында, 2014-2016 йылдарҙа “Р. Ф. Шахниязова” КФХ-һында эшләй.
2017 йылдан Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы.
Читайте нас: