Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 20:00

Байназар ауыл хакимиәте башлығы

Байназар ауыл хакимиәте башлығы - Салауатов Айрат Зиннур улы.

Байназар ауыл хакимиәте башлығы - Салауатов Айрат Зиннур улы.
1960 йылдың 10 июнендә Байназар ауылында тыуған. Юғары белемле – 2004 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының зоотехния бүлеген тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1978 йылда “Ағиҙел” колхозында төрлө эштәр башҡарыусы булып башлай. 1979-1981 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. 1981 йылдан 1998 йылға тиклем “Ағиҙел” колхозында водитель. 1998 йылда “УралСиб” банкы водителе булып эшләп ала. Шул уҡ йылда “Ағиҙел” колхозының Байназар бригадаһында ферма мөдире итеп тәғәйенләнә. Унан баш зоотехник бурысын атҡара. 2001-2004 йылдарҙа “Аратау” АХК-һы рәйесе, 2005-2012 йылдарҙа “Ағиҙел” АХК-һы рәйесе.
2016 йылдан Байназар ауыл хакимиәте башлығы.
Читайте нас: