Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2019, 12:00

Ни өсөн «Дакар»?

Халыҡта автомобилдәр һаны йылдам арта. Шуға бәйле, шиномонтаждарға ла ихтыяж көсәйә. Тиҙҙән генә тәгәрмәс алмаштырыусылар «миҙгеле» башланыр.

Халыҡта автомобилдәр һаны йылдам арта. Шуға бәйле, шиномонтаждарға ла ихтыяж көсәйә. Тиҙҙән генә тәгәрмәс алмаштырыусылар «миҙгеле» башланыр.
- Ун йыл элек Бөрйән районына килгәндә машиналар йыуыу хеҙмәте, автосервис юҡлығын күргәйнем. Машиналар йыуыу цехы асыу хыялы менән бизнес-план да төҙөгәйнем, ләкин был эшкә күңелем менән әҙер түгел инем. Яйлап үҙ көсөм менән шиномонтаж астым. Эш башлағас, шиномонтажды киңәйтеү өсөн 100 мең һумлыҡ субсидия бирҙеләр. Был аҡсаға күп ҡорамалдар алып булмағанға күрә кредиттар ҙа юлларға тура килде. Штамповка һәм ҡойолған дискыларҙы төҙәтеү, вулканизатор ҡорамалдары ҡуйырға торабыҙ. Ҡойолған дискыларҙы йәбештерә башлаясаҡбыҙ. Двигателгә диагностика яһау аппараты алыу иҫәбе бар. Ошондай хеҙмәттәрҙе һорап халыҡ күп мөрәжәғәт итә. Әле килгән ҡорамалдарҙы урын етмәү сәбәпле урынлаштырмағанбыҙ, – ти Н. Намаҙбаев. - Үҙем Әбйәлил районынанмын. Әсәйем дә Әбйәлил районында ҙур эшҡыуар булып һынала. Эшемдә әсәйемдең терәге бик ҙур, - ти Н. Намаҙбаев.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 24 сентябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: