Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 16:00

Тәғәйенләүҙәр

Ғәлин Илфат Әсхәт улы Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Ғәлин Илфат Әсхәт улы Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
И. Ғәлин 1985 йылдың 20 ноябрендә Әбделмәмбәт ауылында тыуған. Юғары белемле – 2008 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының предприятиела иҡтисад һәм идаралыҡ бүлеген тамамлаған.
Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, хеҙмәт юлын 2009 йылда ауыл хужалығы бүлегендә баш иҡтисадсы булып башлай. Бүлек “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” МУ-һы, МБУ-һы тип үҙгәртелгәс, баш иҡтисадсы-консультант була. 2015 йылда “Рәсәй һаҡлыҡ банкы” ААЙ-һында эшләй.
2015 йылдың ноябренән 2019 йылдың сентябренә тиклем “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һының әйҙәүсе белгесе, баш иҡтисадсы-консультанты вазифаларын башҡара.
Өйләнгән, ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Читайте нас: