Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 17:00

ХРОНИКА

Хисмәтуллин Илназ Айҙар улы район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Хисмәтуллин Илназ Айҙар улы район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
И. Хисмәтуллин 1986 йылдың 27 декабрендә Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Юғары белемле – 2010 йылда БДУ-ның Сибай институтының тарих-филология факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын Тимер урта мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы булып башлай. 2011-2012 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, 2012 йылдың 1 авгусынан район мәғариф бүлегендә әйҙәүсе инспектор булып эш башлай. 2012 йылдың аҙағында бүлектең әйҙәүсе белгесе итеп күсерелә һәм бөгөнгәсә ошо вазифаны атҡара.
Өйләнгән, ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Читайте нас: