Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2019, 16:00

«Ҡытайҙа иң оҡшағаны уҡыу булды»

Теләккә тырышлыҡ, тырышлыҡҡа маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ өҫтәһәң, бар хыялдар ҙа тормошҡа аша, яуланмаҫтай күренгән бейеклектәр ҙә яулана. Үҙ хыялдарын үҙе ысынбарлыҡ итеүсе ҡыйыу холоҡло, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының 4-се курсын тамамлаусы Яңы Мөсәт ауылы һылыуы Гөлнәзирә Ишкинина бер йыл Ҡытайҙың Шэньян ҡалаһының Ляанинский университетында уҡып ҡайтты. Маҡсаты - белемен камиллаштырыу, ҡытай телен өйрәнеү.

Теләккә тырышлыҡ, тырышлыҡҡа маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ өҫтәһәң, бар хыялдар ҙа тормошҡа аша, яуланмаҫтай күренгән бейеклектәр ҙә яулана.
Үҙ хыялдарын үҙе ысынбарлыҡ итеүсе ҡыйыу холоҡло, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының 4-се курсын тамамлаусы Яңы Мөсәт ауылы һылыуы Гөлнәзирә Ишкинина бер йыл Ҡытайҙың Шэньян ҡалаһының Ляанинский университетында уҡып ҡайтты. Маҡсаты - белемен камиллаштырыу, ҡытай телен өйрәнеү.
- Гөлнәзирә, Ҡытайға барыу мөмкинлеге нисек килеп сыҡты, нисек йөрьәт иттең?
- Уҡыған еремдә тәҡдим иткәйнеләр, шунда уҡ ризалаштым, сит илде барып күреү теләге лә ҙур ине. Әлбиттә, яҡшы өлгәшкәндәргә генә эләкте был бәхет. Шулай ике яҡта ла барҙы уҡыуым:
Ҡытайҙа ла уҡыным, Стәрлетамаҡтан да дәрестәр, лекциялар, эштәр ебәреп торҙолар, уларҙы эшләп, интернет аша кире ебәрҙем. Стәрленән бер үҙем генә эләктем, Өфөнән бер нисә студент барҙы.
- Атай-әсәйең, туғандарыңдың нисек ҡараны?
- Әлбиттә, ҡаушап, аптырап ҡалдылар, ләкин ҡаршы ла төшмәнеләр.
- Сит илдә ниндәй ҡыйынлыҡтарға осраның? Уларҙы нисек үттең?
- Тәүҙә барып төшкәс тә ҡыйын булды. Телде белмәйһең, саҡ-саҡ аңлашаһың. Аҙыҡ-түлек магазинында, төртөп күрһәтеп, саҡ теләгәнеңде алыуға ирешәһең. Кейемдәрҙе лә кейеп ҡарайбыҙ ҙа, размерҙарын беләбеҙ ҙә, интернеттан шундай уҡ кейемде табып, күпкә осһоҙораҡҡа һатып алабыҙ. Сөнки магазиндарҙа ҡиммәт.
Алай ҙа иптәштәр бар. Шулай уҡ Ҡытайҙа алдан уҡып йөрөгән Рәсәй студенттары ла етерлек. Ләкин улар араһында ойошҡанлыҡ юҡ һымаҡ тойолдо.
- Көнөңдө нисек үткәрә инең?
- Дәрестәр иртәнсәк 9-ҙан 12-гә тиклем дауам итә. Уҡыуҙан ҡайтҡас ашап алам, артабан иероглифтар яҙырға, ятларға ултырам.
Иң оҡшағаны уҡыу булды. Беҙҙе тәүҙә башланғыс класҡа ултырттылар. Яҡшы үҙләштергәнемде күреп, юғарыраҡ класҡа күсерҙеләр. Әммә унда ныҡ ауыр ине, шуға кире ябайыраҡ класҡа күстем. Өҫтәүенә, интернеттан килгән эштәрҙе лә эшләп ебәреп өлгөрөргә кәрәк ине.
- Тыуған яғыңды һағындыңмы?
- Эйе, әлбиттә. Яҡындарымды, шулай уҡ тәбиғәтте һағындым.
- Ҡытайҙар ниндәй халыҡ?
- Байрамдарын сағыу итеп, төрлө костюмдар кейеп, киң масштаблы итеп үткәрәләр. Яңы йылды ай буйы байрам иттеләр. Урамдар атылған салют коробкалары менән тулды.
Ябай халыҡ урамда арлы-бирле кейенеп йөрөй. Кейемгә артыҡ иғтибар бирмәйҙәр. Улар өсөн был тәбиғи. Эстәре күренеп тора. Бер педагог ҡытайҙар өсөн эс ул баш һымаҡ, башты кеше нисек һаҡлай, ҡытайҙар ҙа эстәрен шулай һаҡлайҙар, тип әйткәйне.
Һөйләшеүҙәре ҡаты яңғырағас, тәүҙә мин әрләшәләр икән тип уйлай торғайным.
Күберәк велосипедта йөрөйҙәр. Дөйөм алғанда, ихлас, ябай, аралашыусан халыҡ.
- Башҡортостанды беләләрме?
- Мин һораған кешеләр белмәйҙәр ине, балды беләләр былай.
- Ашау яғы нисек?
- Ашау яғы төрлөсә, күберәк дөгө ашаныҡ. Төрлө татлы ризыҡтар күп. Беҙҙәге “Медовик”, һ. б. шуның һымаҡ ябай Рәсәй кәнфиттәре бигерәк ҡыйбат тора. Баоцзы, топпоки тигән ризыҡтар оҡшаны. Баоцзы беҙҙәге манты һымаҡ, уның ҡамыры ҡалын, бешмәгән һымаҡ күренә, ләкин ныҡ тәмле. Итле нәмә ашаманым, сөнки унда эт итен дә ашайҙар, шуға ҡурҡтым. Тауыҡ ите булғандарын ашаным. Беҙҙәге һымаҡ икмәк осратманым, тостерҙан сыҡҡан нәҙек кенә икмәк ашаным, бүлмәләштәремә пирожки бешереп ашата инем. Ҡытайҙа шәп бүләк тип һаналған ҡытай сәйен дә күстәнәскә алып ҡайттым.
- Дуҫтар таптыңмы үҙеңә?
- Ҡытайҙар менән бергә уҡыманыҡ, беҙ айырым ятаҡта йәшәнек, уҡыу урыны ла айырым булды. Йәшәгән урыныбыҙ “Дом для иностранных друзей” тип атала. Төрлө милләт студенттарының күбеһе инглиз телендә һәйбәт һөйләшмәйҙәр, беҙ ҙә ҡытай телен йүнләп белмәй инек. Шулай яйлап өйрәнеп киттек. Кореян Юнджоң, Суейджехуей, Хису, монгол Айока, Бейерфей, африкан Лика тигән ҡыҙҙар менән дуҫлаштым, гел бергә булдыҡ. Ҡытайҙың Шанхай, Пекин, Далянь, Аньшань, Даньдун тигән ҡалаларын күрҙем, төрлө иҫтәлекле урындарҙа йөрөнөк. Мәҫәлән, Бөйөк Ҡытай стенаһында Башҡортостан флагын тотоп үттем, шулай уҡ быяла баҫмала йөрөү һ. б. иҫтә ҡалды. Университетта үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Ҡытай телендә йыр йырлап, бейеп, ҡыҫҡаса тамаша күрһәтеп, еңеүгә өлгәштек. Әйткәндәй, университетта Рәсәйҙән килгән уҡытыусылар эшләй, эш хаҡтары юғары.
Ҡайтыр саҡта посылка аша башҡорт балы алдырып, уҡытыусыларға бүләк иттем. Белмәйҙәр икән, тиһәм, башҡорт балы тураһында беләләр икән.
Ҡытайға тағы ла барғым килә, нисек булыр инде, әлегә әйтеп булмай.
- Йәнле, матур әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, уңыштар һиңә, Гөлнәзирә!
Читайте нас: