Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2019, 11:38

21 сентябрҙә Бөтә донъя таҙалыҡ көнө үтә

“Йәшел Башҡортостан” республика экологик проекты сиктәрендә, “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө #ЭШЛӘЙБЕҘ2019” тип исемләнгән акцияны республика биләмәһендә хуплау, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәмәғәтселек иғтибарын сүп-сар мәсьәләһенә йәлеп итеү маҡсатында 21 сентябрҙә, шәмбе көнө, район биләмәһендә “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө #ЭШЛӘЙБЕҘ” тигән экологик акция ойошторола.

Уның сиктәрендә ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, баҡсаларҙы, ауыл биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.
Был акцияла 150 илдең ҡатнашыуы көтөлә. Акцияның маҡсаты ла амбициоз – республикала 200 мең самаһы гражданды (республика халҡының 5 проценты) йәлеп итеү һәм республиканың һәр ауылында, ҡалаһында таҙартыу эштәре башҡарыу.
Хөрмәтле райондаштар! Акцияға ҡушылып, тирә-яғыбыҙҙы тәртипкә килтерәйек, таҙартайыҡ, төҙөкләндерәйек. Сөнки был ерҙә беҙгә йәшәргә!
Читайте нас: