Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 13:00

Яңы төҫ аласаҡ

Район мәҙәниәт һарайын реконструкциялау эше тамамланыу өҫтөндә.

Район мәҙәниәт һарайын реконструкциялау эше тамамланыу өҫтөндә.
«Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» программаһы сиктәрендә бинала төҙөкләндереү эштәре 2019 йылдың ғинуар айында башланғайны. Контракт хаҡы - 112 миллион һум. Дөйөм эштәр мастеры Ғәфүр Вәғитов белдереүенсә, бөгөнгө көндә эске һәм тышҡы биҙәкләү эштәренең 95 % тамамланған. Ике ҡатта ла иҙән түшәме заманса материалдар менән алмаштырылған. Стеналар яңы дизайн менән үҙгәртелеп, буялған.
Икенсе ҡаттағы бейеү залы ла танымаҫлыҡ үҙгәргән. Унда малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн айырым кейем алыштырыу, бәҙрәф, душ кабиналары эшләнгән. Фойе заман талаптарына тап килерлек итеп төҙөкләндерелгән. Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа сәләмәт кешеләр менән тиң рәүештә мәҙәни уңайлыҡтар менән файҙалана алһын өсөн пандустар ҡуйылған.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 20 сентябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: