Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2019, 11:00

Айыу-бүренән зыян ҙур

Һуңғы 5 йылда районда йыртҡыс хайуандарҙың һаны күпкә артыуы күҙәтелә. Бында райондың үҙенсәлеген дә оноторға ярамайҙыр. Районыбыҙҙың 82% урман менән ҡапланған һәм район майҙанының 42% айырыуса һаҡланған тәбиғәт зонаһына инә. Ул ерҙәрҙә һунар итеү ҡәтғи тыйыла, шунлыҡтан ҡайһы бер ҡыр хайуандары ныҡ үрсей.

Һуңғы 5 йылда районда йыртҡыс хайуандарҙың һаны күпкә артыуы күҙәтелә. Бында райондың үҙенсәлеген дә оноторға ярамайҙыр. Районыбыҙҙың 82% урман менән ҡапланған һәм район майҙанының 42% айырыуса һаҡланған тәбиғәт зонаһына инә. Ул ерҙәрҙә һунар итеү ҡәтғи тыйыла, шунлыҡтан ҡайһы бер ҡыр хайуандары ныҡ үрсей.
Районда 3 һунарсылыҡ ойошмаһы эшләй, шуларҙың иң ҙур өлөшө Бөрйән ассоциацияһына тура килә.
Бөгөнгө көндә йыртҡыс хайуандар ауыл хужалығы малдарына тейә тигән һүҙҙәр әленән-әле иштелеп тора. Ҡыҙғанысҡа күрә, был дөрөҫ хәбәр.
Һуңғы йылдарҙың статистикаһын алып ҡарағанда, ауыл хужалығы өлкәһе йыртҡыс хайуандарҙан яҡынса 5 млн. һум күләмендә зыян күрә.
Әлбиттә, был мәсьәләлә шәхси хужалыҡтарҙың үҙ ғәйептәре лә бар. Бөгөнгө көндә районда көтөү ойошторолмай, шунлыҡтан йыртҡыс хайуандар ауыл тирәһенә эйәләй. Ҡарауһыҙ ҡалған малдар бүре, айыуға еңел юл менән табылған аҙыҡ булып тора.
Һунарсылар йыртҡыс хайуандарға һунар итеү кәсебен түбәндәге сәбәптәр арҡаһында туҡтаттылар:
-рөхсәт ҡағыҙы ҡиммәт;
-алынған хайуандарҙың тиреһенә хаҡтар түбән;
-райондың таулы-урманлы тәбиғәтен иҫәпкә алғанда, һунарсылыҡ итеү ауыр һәм ҡиммәткә төшә.
Йыртҡыс хайуандарҙың күләмен кәметеү йәһәтенән төрлө хаттар ебәреп торола, әммә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеүе бик ауыр.
Бөгөнгө көндә биләмәләр буйынса ҡараһаҡ, иң күп зыян күреүсе биләмәләр иҫәбендә Байназар, Байғаҙы, Ғәлиәкбәр ауылдары.
Бүре һанын көйләү, һунарсыларҙы был кәсепкә ҡайтарыу һәм ҡыҙыҡһындырыу йәһәтенән 2017 йылда район хакимиәте тарафынан 1 баш бүре алыусы һунарсыға район ҡаҙнаһы иҫәбенән 2000 һум күләмендә аҡса түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде, был ҡарар әлеге көндә лә үҙ көсөнә эйә.
Бөгөн килеп тыуған мәсьәлә буйынса 5 сентябрҙә һунарсылар ойошмалары һәм ҡурсаулыҡтар хеҙмәткәрҙәре менән йыйылыш үткәрелде. Әлеге мәлдә улар тарафынан тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына хаттар әҙерләнә.
Бүре ауылға ингән осраҡтар ҙа бик йыш теркәлә, шуға күрә ауыл биләмәләрендә һунарсыларҙан торған төркөмдәр туплап, уларға бүрегә һунар итеү өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары алып бирергә уйлайбыҙ. 15 сентябрҙән һунар миҙгеле асылды.
Читайте нас: