Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2019, 14:00

“Күк мине үҙенә һурып алды”

Айсинә Йосопова – Байназар ҡыҙы. Ул - стюардесса. Тынғыһыҙ эш мәлендә буш ваҡытын тап итеп, класташымдан нисек бортпроводница булып китеүе, был эштең үҙенсәлектәре хаҡында һораштым.

Айсинә Йосопова – Байназар ҡыҙы. Ул - стюардесса. Тынғыһыҙ эш мәлендә буш ваҡытын тап итеп, класташымдан нисек бортпроводница булып китеүе, был эштең үҙенсәлектәре хаҡында һораштым.
- Авиацияға юлың нисек башланды?
- Беренсе тапҡыр стюардесса һөнәре тураһында 11-се класта уйлана башланым. БДИ ваҡытында тәүге уйымдан кире ҡайтып, финанс буйынса уҡырға индем. Әммә уҡыу башланғас, аласаҡ һөнәрем бөтөнләй минең өсөн түгеллеген, аҙнаһына 5 көн офиста эшләп ултыра алмаясағымды аңланым. Шуның өсөн ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, эш эҙләй башланым. Әмәлгә ҡалғандай, бортпроводникка вакансия күреп ҡалдым һәм бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Әңгәмәгә саҡырҙылар. Ошо мәлдә минең өсөн яңы тормош башланды, авиацияға юл һалынды.
- Иң оҡшағаны нимә?
- Сит ерҙәрҙе күреү мөмкинлеген әйтер инем. Ошоғаса күрмәгән ҡала һәм илдәрҙә булыуы миңә ныҡ оҡшай! Командировкалар мәлендә Коломбо һәм Анталияны күреп өлгөрҙөм. Эҫе яҡтарҙа йылан, тараҡан, кеҫәртке һымаҡ йән эйәләренең күп булыуы ғына оҡшап етмәй. Ә Коломбола йәшәгән кешеләрҙең мөнәсәбәте күңелгә ятты. Үҙҙәре ярлы булһалар ҙа, кешегә ярҙам итергә ашҡынып торалар.
Бер мәл, ямғыр күҙе төшә башлаған мәлдә, коллегам менән отелдән километр алыҫлыҡта урынлашҡан магазинға барырға булдыҡ. Беҙ барып еткәнсе, дауыл, йәшен, ныҡ көслө ямғыр башланды. Магазинда өс тапҡыр электр һүнде, урамда плакаттар, ағастар ҡолай башланы. Хәүефле булғанлыҡтан, тышҡа сығармайҙар. Сәғәт тирәһе эстә көтөп торҙоҡ. Эңер төшә башланы. Шул хәтлем ҡурҡтыҡ! Аҙаҡ бер егет беҙгә отелгә тиклем барып етергә ярҙамлашты.
- Эшләүеңә күпме булып китте?
- Әлеге мәлдә стюардесса булып бары бер йыл ғына эшләйем. Аллаға шөкөр, рейстарҙа ҡурҡыныс осраҡтар, авария хәлдәре булманы, барыһы ла имен үтте. Кемдер самолетта осорға ҡурҡа икән, ишеткәнегеҙ барҙыр, самолет иң хәүефһеҙ транспорт төрө булып һанала. Сөнки һәр осош алдынан самолеттың төҙөклөгө тикшерелә, бәләкәй генә етешһеҙлек булғанда ла самолет һауаға күтәрелмәй. Юлда бик ҡурҡһағыҙ, йоҡларға йәки фильм ҡарарға кәңәш итәм – рейс тиҙерәк үтәсәк.
- Эш режимы нисегерәк?
- Командировкаға 5 көнгә барып, 1 көн ялдан һуң тағы бер аҙнаға юлға сыҡҡан саҡтар бар. Өйҙә булырға ваҡыт та ҡалмай. Беҙҙең эш режимы ошолай: һиңә рейс ҡуйылғас, осош алды әҙерлеге үтергә тейешһең – кәрәкле документтарыңды барлайһың, сумаҙаныңды әҙерләйһең. Рейс командировкалы булһа, мотлаҡ пилотка, аҡ бирсәткәләр, яҡтылыҡты сағылдырыусы жилет алырға кәрәк. Осошҡа 2 сәғәт ҡалғанға тиклем кәрәкле урында булыу шарт. Диспетчерға килеүебеҙ хаҡына хәбәр итәбеҙ, унан экипаж менән танышабыҙ һәм өлкән бортпроводник брифинг башлай. Брифингта ул рейстың үҙенсәлеге, туҡталҡа ваҡыты тураһында һөйләп, эштәрҙе бүлеп бирә һәм беҙҙең белемдәрҙе тикшерә. Артабан табип ҡарай. Был мотлаҡ процедура - кешеләр менән эшләгәс, таҙа, сәләмәт булырға тейешбеҙ. Сәғәт самаһы ҡалғас, самолетҡа йүнәләбеҙ, уны чек ҡағыҙы буйынса тикшереп, кәрәкле ҡорамалдарҙы, аҙыҡты, башҡа кәрәк-яраҡты алабыҙ һәм шунан һуң ғына пассажирҙарҙы ҡаршылай башлайбыҙ. Уныһы минең иң яратҡан мәлем, сөнки стюардесса йылмайыуы менән кәйефһеҙ пассажирҙың да күңелен асырға мөмкин.
Кире боролошло рейс булһа, урынға барып еткәс, бер сәғәт ял бирелә. Ул арала самолетта онотолған әйберҙәрҙе ҡарап, таҙартабыҙ, ҡорамалдарҙы алмаштырабыҙ, ашап алабыҙ һәм яңы пассажирҙарҙы ҡабул итәбеҙ. Ҡайтып еткәс, бөтә әйберҙәрҙе тапшырабыҙ, осоштан һуң булған брифинг үтә һәм ял итәбеҙ. 7-9 сәғәтлек рейстарҙа ҡайһы саҡ ултырырға ла ваҡыт булмай. Ундай саҡта ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Киреһенсә, 2-3 сәғәт осоу 10 сәғәт һымаҡ булырға мөмкин. Һәр рейс миңә бәләкәй генә ғүмер һымаҡ.
- Стюардессаға ниндәй сифаттар айырыуса кәрәк?
- Тәү ҡарашҡа еңел генә тойолһа ла, стюардесса эше – иң яуаплыларҙан. Бында һин кешеләр менән эш итәһең. Авиацияла коллектив тигән төшөнсә юҡ, беҙ рейсҡа сыҡҡан һайын яңы экипажға тура киләбеҙ. Шул уҡ хәл пассажирҙар менән дә: гел яңы йөҙҙәр. Һин яңы кешеләр менән танышаһың, уларҙың һәр береһенең үҙ характеры, кәйефе, проблемалары. Уларға ҡулайлаша белергә тейешһең. Бәхетемә, күп пассажирҙар алсаҡ һәм тәртиплеләр. Икенсе яҡтан, беҙҙә билдәле генә график юҡ. Сөнки беҙ көндәрен дә, төндәрен дә һауала. Әммә миңә бындай эш тәртибе бик оҡшай. Нимәһе генә ҡыйын: киләсәктә ни булырын белеп, бер аҙнанан алға пландар ҡуйып булмай.
Стюардесса булыр өсөн инглиз телен яҡшы белергә кәрәк. Беҙҙең рейстар ил эсендә генә үтмәй, халыҡ-ара рейстар ҙа яһала. Ул осраҡтарҙа йыш ҡына русса белмәгән пассажирҙар осрай. Шуның өсөн дә эшкә урынлашҡанда авиакомпаниялар һәр кемдең инглиз телен белеү кимәлен тикшерә. Стюардессаларҙа ул уртасанан кәм булырға тейеш түгел. Бынан тыш, беҙ профессиональ инглиз телен шымартабыҙ. Һәр ике йыл һайын белемебеҙҙе тикшереүсе комиссияны, һәр йыл һайын авария мәлендә ярҙам күрһәтеү буйынса тренажерҙар, ике йылға бер квалификация күтәреү курстарын үтәбеҙ. Шулай уҡ халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү, авиация хәүефһеҙлеге һ.б. курстар ойошторола.
- Нисек авиация эшенә урынлашырға?
- Уның ике юлы бар. Беренсеһе – үҙеңдең аҡсаңа бортпроводниктар әҙерләү мәктәбендә шөғөлләнеп, сертификат алаһың һәм аҙаҡ үҙең теләгән компанияға эшкә инәһең. Мәҫәлән, Мәскәүҙә В. А. Новохатская исемендәге “Бортпроводниктар мәктәбе” бар. Икенсеһе - авиация компанияһында әңгәмәне уңышлы үтәһең һәм ул үҙ аҡсаһына һине уҡырға индерә. Мин “ЮТэйр” исемле компанияла уҡыным. Уҡыу үҙәге Төмәндә урынлашҡан һәм беҙ 3 ай буйы буласаҡ һөнәребеҙҙең нескәлектәрен өйрәндек. Ул саҡтар йөрәктә иң күңелле, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы мәлдәр булып урын алған. Беҙ аҙнала 6 көн уҡып, ҙур материалды ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙләштерергә, имтихандар, зачеттар тапшырырға тейеш булдыҡ.
Уҡыуҙың тәүге өлөшөндә беҙ авария осраҡтарында ҡотҡарыу, пассажирҙарға хеҙмәт күрһәтеү дәрестәрен үттек, самолеттарҙың төҙөлөшөн, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙе өйрәндек, профессиональ кимәлдә инглиз телен камиллаштырҙыҡ. Шундай ҙур йөкмәткеле материал тиҙ генә иҫтә ҡалмай ине, дуҫтар менән кистәрен ултырып, кемдең хәтерендә нимә ҡалған – бер-беребеҙгә һөйләй торғайныҡ.
- Эшеңде ниндәй компанияла башланың?
- Эште башлаған ғына саҡта мин алда әйтеп үткән “ЮТэйр” компанияһында эшләнем. Ул күберәк ил эсендәге рейстарға оса. Хәҙерге мәлдә мин – “Россия” авиакомпанияһындамын. Ул “Аэрофлот”тан бүленеп сыҡҡан компания. Бында осоу географияһы күпкә киңерәк.
-Яҡындарың авиацияға барыуыңа нисек ҡараны?
- Ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуяһың, тип кемдәрҙеңдер ата-әсәһе балаларының теләгенә ҡаршы булыуы ла мөмкин. Ул яҡтан мин бәхетле: яҡындарым минең маҡсаттарыма ҡаршы килмәйҙәр, шуның өсөн дә ата-әсәйемә рәхмәтлемен! Улар бер ваҡытта ла миңә ошолай яҡшыраҡ буласаҡ, тип үҙҙәренекен эшләтергә тырышманы. Хатта әңгәмәгә барған саҡта ла уларға әйтмәй торҙом әле. Үткәнемде аңлағас ҡына әсәйемә шылтыратып, уның фекерен һораным. Ул ҡаршы килмәне. Әлбиттә, таныштарым араһында, ҡурҡыныс түгелме, тип һорағандар күп. Мин уларҙы тыңламаҫҡа тырышам. Сөнки эшемде яратам, мин үҙ юлымды тапҡанмын. Өс көн генә ял иткәндә лә, үҙемә урын таба алмайым. Уҡый башлаған ғына саҡта үҙҙәре ҡасандыр пилот булып эшләгән уҡытыусыларыбыҙ, күк һеҙҙе үҙенә һурып аласаҡ, ти торғайнылар. Ысынлап та, шулай.
Самолетта осоуҙан ҡурҡмағыҙ, һәр саҡ бортпроводник әйткәндәрҙе тыңлағыҙ. Сөнки авиацияла шаярыу урынһыҙ.
Читайте нас: