Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2019, 12:00

Ваҡыт менән иҫәпләшмәй

Ринат Фәтих улы Әбдрәхимов бала саҡтан урмансы булырға хыяллана. Урман хужалығы институтын тамамлағандан һуң, яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, ҡурсаулыҡҡа эшкә төшә. Һуңынан Бөрйән урман хужалығында, Ғәҙелгәрәй урмансылығында лесничий вазифаһын башҡара.

2008 йылда Урман кодексы, шуға бәйле урман хужалығының структураһы үҙгәргәс, Федераль дәүләт урман янғын күҙәтеүе бүлегендә төп белгес булып эшләй башлай.Әлеге ваҡытта Ринат Фәтих улы Әсебар урмансылығында участок лесничийы. Урмансылыҡ өлкәһендә хеҙмәт стажы 25 йыл булған тырыш хеҙмәткәр коллегалары араһында абруй ҡаҙанған. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Урман хужалығы министрлығының, район хакимиәтенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
- Беҙҙең төп эшебеҙ – урман байлығын һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау. Ҡуртымға бирелгән диләнкәләрҙе лә тикшереп торабыҙ. Урмансы эшендә иң ҡурҡынысы – урман янғыны. Янғындар осоронда күмәкләп һүндерергә сығабыҙ. Урмандан ҡайтмай йөрөгән саҡтар ҙа була. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн төрлө саралар күрәбеҙ. Урманды байлыҡ тип кенә ҡарарға кәрәкмәй, йәшел ҡалҡаныбыҙҙы яратырға, һаҡларға тейешбеҙ, - тип һүҙен тамамланы урмансы.
Читайте нас: