Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2019, 10:30

Төп бурыс - урмандарҙы һаҡлау

Урмандарҙы һаҡлау һәм хужаларса файҙаланыу, уларҙың сифатын яҡшыртыу, яңыртыу – урмансыларҙың төп бурысы. Алдағы йәкшәмбелә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шул уңайҙан райондың урман хужалығы тармағында эшләүселәрҙең ниндәй эш-мәшәҡәттәр менән йәшәүен белеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡтар идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы “Бөрйән урмансылығы” бүлегенә юлландыҡ. Бүлек етәксеһе Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатов тармаҡтағы эштәр менән таныштырҙы.

- Бөрйән урмансылығы 320 мең гектар майҙанды биләй, 7 участка урмансылығына бүленә. Элегерәк 116 кеше эшләй ине, шул иҫәптән 70 урмансы, 16 мастер, 7 лесничий, 7 лесничий ярҙамсыһы, тракторсылар, механиктар һ.б. Бөгөнгө көндә уларҙың эшен 12 хеҙмәткәр (1 етәксе, 7 лесничий, 3 инженер, 1 дәүләт инспекторы) башҡара, 2 техника хеҙмәтләндерә. Урмандарҙың 16 % ҡуртымға бирелгән, 8 ҡуртымсы араһында иң ҙурҙары фанера комбинаты һәм «Селена» ойошмаһы.
Беҙҙең биләмәлә 2 заказник эшләй: «Алтын солоҡ» ҡырағай бал ҡорттарын һаҡлау эше менән булышһа, “Әсебар» ҡош-ҡорттарҙы, йәнлектәрҙе һаҡлау бурысын атҡара.
“Бөрйән урмансылығы” бүлегенең төп эшмәкәрлеге – урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү, планлаштырыу һәм башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү. «Бөрйән урман хужалығы» дәүләт автономиялы учреждениеһы ултыртыу өсөн ағас үҫентеләре үҫтереү, тергеҙеү, тәрбиәләү, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13 сентябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: