Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2019, 12:45

Киләсәкте хәстәрләйҙәр

«Бөрйән урман хужалығы» дәүләт автономиялы учреждениеһының эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса танышыу маҡсатында уның етәксеһе Иҙел Ирек улы Әхмәтйәновҡа мөрәжәғәт иттек. - Беҙҙең төп эшебеҙ - ултыртыу өсөн ағас үҫентеләре үҫтереү, тергеҙеү, тәрбиәләү, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урманды һаҡлау, яҡлау, сәсеүгә ерҙәр әҙерләү.

«Бөрйән урман хужалығы» дәүләт автономиялы учреждениеһының эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса танышыу маҡсатында уның етәксеһе Иҙел Ирек улы Әхмәтйәновҡа мөрәжәғәт иттек.
- Беҙҙең төп эшебеҙ - ултыртыу өсөн ағас үҫентеләре үҫтереү, тергеҙеү, тәрбиәләү, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урманды һаҡлау, яҡлау, сәсеүгә ерҙәр әҙерләү. Учреждениела 45 кеше эшләй. Быйылғы йылда хеҙмәткәрҙәр тырышлығы менән Ағиҙел участка питомнигында 1,4 млн. берәмек үҫенте ҡаҙып алдыҡ. 120 гектар майҙанға 618270 төп ҡарағай үҫентеләре ултыртылды, ҡалған 852000 үҫенте райондағы ҡуртымсыларға һатылды. Тәбиғи урман тергеҙеү ысулы - 300 гектар, агротехник тәрбиәләү - 700 гектар майҙанда ҡулланылды. Киләһе йыл сәсеү осорона 120 гектар майҙанда тупраҡ әҙерләнде. Бынан тыш, урмандарҙа санитар ҡырҡыу, янғынға ҡаршы саралар буйынса күләмле эш башҡарылды, - тине Иҙел Ирек улы.
Читайте нас: