Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 16:00

МАҠСАТ - халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү

Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов Иҫке Монасип ауыл биләмәһенә ҡараған Нәби, Яңы Монасип, Иҫке Монасип ауылдары халҡы менән осрашты.  Йыйылышта халыҡты борсоған проблемалар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.

Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов Иҫке Монасип ауыл биләмәһенә ҡараған Нәби, Яңы Монасип, Иҫке Монасип ауылдары халҡы менән осрашты.  Йыйылышта халыҡты борсоған проблемалар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Осрашыу башында район хакимиәте башлығы төҙөлөштәр, райондың быйылғы ижтимағи-иҡтисади тормошо, ыңғай үҙгәрештәр, эшләнгән эштәр һәм киләсәккә бурыстар тураһында байҡау яһаны.
Әйтәйек, “Тыуған урам” программаһына ярашлы урамдарға асфальт һалына һәм урамдар яҡтыртыла.
- Ауыл урамдарында светодиодлы лампалар ҡуйыуға 400 мең аҡса ҡаралған. Быға тиклем ҡайҙа яҡтылыҡ барып етмәгән, шунда лампалар ҡуйыласаҡ, - тип ҡыуандырҙы халыҡты район хакимиәте башлығы.
Халыҡты күптән борсоған күперҙәр мәсьәләһенә ҡағылған һорауҙар ҙа булды һәм уларға яуаптар бирелде.
Газ мәсьәләһенә лә туҡталды етәксе.
Яҡтылыҡ, электр энергияһы мәсьәләһенә килгәндә, быйылғы йылда ыңғай үҙгәрештәр күп булды. Күптән көткән Үҙән-Байназар ВЛ-110 резерв линияһы 2020 йылда эшләнеп бөтәсәк. Иҫке Собханғолда аэропорт яланында ҡояш подстанцияһы төҙөлә. Республикала бындай ҡорамалдар дүртәү. Ләкин беҙҙең подстанция аккумуляторлы буласаҡ, йәғни көндөҙ генә түгел, төндә лә электр энергияһы бирәсәк. Был Рәсәй кимәлендәге уникаль проекттарҙың береһе булып тора.
«Ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә Күҙәмбәт яланында сәхнә ҡуйыласаҡ, Иҫке Собханғолда күҙәтеү майҙансығы эшләнәсәк. “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә Иҫке Собханғолда бер подъезд ремонтланған, бер йорт ихатаһы асфальтланған. Баҙал биҫтәһендә балалар уйын майҙансығы төҙөү күҙаллана. Балалар хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итеү маҡсатында был майҙансыҡтың нигеҙе резинанан буласаҡ.
Кәрәҙле бәйләнеш тураһында һорауға Р. Шәрипов киләһе 2 йыл эсендә был мәсьәлә хәл ителәсәге хаҡында белдерҙе.
Осрашыуҙа халыҡ бүреләр мәсьәләһенә ҡағылышлы ла һорауҙар бирҙе. Етәксе уның өсөн 2 бригада төҙөлөүө, грант ҡаралғанлығы хаҡында әйтеп үтте.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13 сентябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: