Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 11:03

Газ яғыулығы ҡойоу станцияһы эшләй башлаясаҡ

Ул Иҫке Собханғолда асфальт-бетон заводы ҡаршыһында урынлашҡан.Станция ике тармаҡта эшләйәсәк: беренсеһе газ яғыулығында эшләгән техника өсөн булһа, икенсеһе баллондарға көнкүреш газы тултырыу. Тейешле белеме булған 3 оператор эшләйәсәк.

Ул Иҫке Собханғолда асфальт-бетон заводы ҡаршыһында урынлашҡан.
Станция ике тармаҡта эшләйәсәк: беренсеһе газ яғыулығында эшләгән техника өсөн булһа, икенсеһе баллондарға көнкүреш газы тултырыу. Тейешле белеме булған 3 оператор эшләйәсәк. Газды Магнитогорск ҡалаһынан цистернала ташырға йыйыналар. Быйыл июнь айында ғына төҙөй башланған станция 15 августа асылырға тейеш була. 2018 йылдың август айында килешеү төҙөлгән, тик трансформаторҙың етешһеҙлеге арҡаһында электр энергияһы тоташтырылмай ҡала килә. Төҙөлөш эштәре электр генераторы ярҙамында башҡарыла.
- Дөйөм сығымдар 4,5 миллион һум тәшкил итте. Шул иҫәптән 1,4 миллион һумға 15 сутый ер, 1,6 миллионға цистерна, 400 мең һумға колонкаһын һатып алдым. Тағы ла 130 меңгә компьютер һәм кәрәкле ҡорамалдар аласаҡбыҙ. Газ ҡойоу станцияһы эшләп китһә, бөтә сығымдарҙы ла тиҙ арала ҡаплаясаҡ, тип уйлайым. Сөнки районда газ яғыулығы менән эшләгән техника етерлек. Әле үк шылтыратып, ҡасан әҙер була, тип һораусылар күп. Газ яғыулығының хаҡы бензинға ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ та.
Район хакимиәтенә ҙур рәхмәт, ниндәй генә һорау менән барһам да, төрлө яҡтан ярҙам итергә әҙерҙәр, кире бороп сығармайҙар, - ти станция хужаһы Илнур Булат улы Шәмиғолов.
Читайте нас: