Һәр ауыл үҙенең егәрле, уңған ғаиләләре менән матур. Шулар араһына Һарғая ауылында йәшәүсе Шишковтар ғаиләһен дә индерергә мөмкин.
- Ике ҡыҙ, бер малай үҫтерҙек. Балаларыбыҙ башлы-күҙле, үҙаллы йәшәйҙәр. Ләйсән ҡыҙыбыҙ Артур кейәүебеҙ менән Байназар ауылында матур итеп өй һалып сыҡтылар. Эльвира ҡыҙыбыҙ Иҫке Собханғол ауыл хакимиәтендә эшләй. Улыбыҙ Артур Өфөлә үҙ фирмаһының - «Аква» компанияһының директоры, – ти эш юлын Һарғаяла балалар баҡсаһында башлаған Шәһиҙә апай. Ул ситтән тороп Өфөлә педучилище тамамлаған. Балалар баҡсаһы ябылғас, бына инде 20 йылдан ашыу Һарғаяла ҡунаҡхана мөдире булып эшләй. Шәһиҙә апай матур йырлай, бешеренергә лә ярата. Өй алдында матур булып үҫеп ултырыусы сәскәләр ҙә хужабикә хаҡында күпте һөйләй.
Тормош иптәше Ирек ағай әҙ һүҙле булһа ла, эшкә бөтмөр - ишек алдындағы тәртип, кәртә-ҡура төҙөклөгө уның тырышлығы емеше. Ул да Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы ул. Был хаҡта күп төрлө дәүләт наградалары бәйән итә. Хәстәрлекле атай, олатай ҙа үҙе. Малайына, ҡыҙҙарына өй һалырға ярҙам итешкән. Әле булһа ла шул балалар тип йүгереп, өҙгөләнеп йәшәй ул. Тынғыһыҙ Ирек ағай, балаларын өйлө итеп бөтөп, үҙҙәренә өй күтәреп йөрөй.
- Ҡартайырға һис тә ваҡыт юҡ. Балаларҙың балаларына ҡарап йәшәрәбеҙ, - ти Шәһиҙә апай.
Татыу, матур йәшәгәндә, әлбиттә, ҡартайырға, бошоноп ултырырға ла ваҡыт юҡтыр.
Тап Шишковтар кеүек эшсән, үҙ-ара татыу, матур мөнәсәбәтле, башҡаларға ихтирамлы ғаиләләре менән матур ауылдарыбыҙ. Бындай ғаиләләрҙә үҫкән балалар ҙа ипле, тәртипле була.