Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2019, 17:00

Урамдар матурая һәм яҡтыра

Радий Хәбиров иғлан иткән «Тыуған урам» һәм урамдарҙы яҡтыртыу буйынса программалар районда бойомға ашырыла башланы. 

Радий Хәбиров иғлан иткән «Тыуған урам» һәм урамдарҙы яҡтыртыу буйынса программалар районда бойомға ашырыла башланы. 
“Тыуған урам” программаһына ярашлы, быйыл районда 4 урамға асфальт һалынасаҡ. Әлеге мәлдә Ағиҙел ҡасабаһының М. Гәрәев урамына асфальт түшәү буйынса эштәр бара. Шулай уҡ Байназарҙың Туғай урамы (1,1 км), Нәбиҙә 1,12 саҡырым оҙонлоғондағы юл, Иҫке Собханғолда Аҡмулла урамы (1,443 км) асфальтланасаҡ. 
-Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса программаға ярашлы, Иҫке Собханғолда 150-гә яҡын лампа ҡуйылды. Өлөшләтә булһа ла Ағиҙел микрорайонына сыҡҡан күперҙе яҡтырта алдыҡ. Быйылғы йылда шулай уҡ Иҫке Монасип ауыл биләмәһенә ҡараған 3 ауылда 131 лампа ҡуйыласаҡ. Киләсәктә лә ошо йүнәлештә эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ, - ти район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов.
Читайте нас: