Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2019, 11:34

Ҡамыш – һыуҙан, тырыш эштән туймаҫ

Ҡурғашлы эшҡыуары Ғазина Кәбирә Сабир ҡыҙы районда беренселәрҙән булып эшҡыуарлыҡҡа тотонған, сауҙа юлында сирек быуатлыҡ тәжрибә туплаған, тауар артынан икһеҙ-сикһеҙ юлдар үтеп, инде хәҙер замана бизнес-ледиһы дәржәһенә еткән шәхес.

Эштең төбөнә төшөү өсөн уның башы менән танышыу шарт. Кәбирә апайға ла: “Эшҡыуарлыҡҡа нисек килдегеҙ?” - тигән һорауҙы бирҙек.
- Мин үҙем Килдеғол ауылы ҡыҙы. Нефтекамала бухгалтер һөнәрен үҙләштереп, Баймаҡта заправкала эшләп йөрөгән саҡта буласаҡ тормош юлдашым Зәкир Нәҙир улы менән таныштыҡ. Ҡурғашлыға килен булып төшөп, бер-ике аҙна үткәс, ҡәйнәм мине магазинға һатыусылыҡ эшенә индерҙе. Оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләгән кеше минең ошо эшкә барымым булғанды төҫмөрләгәндер – тиҙ генә өйрәнеп алдым.
Материалдың тулы вариантын "ТАҢ" гәзитенең 10 сентябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: