Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 11:30

Һайланыҡ!

8 сентябрҙә республика Башлығын һайланыҡ. Бөрйән районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, беҙҙең районда был көндә 37 участка һайлау комиссияһы эшләгән. Тауыш биреүҙә 9687 кеше ҡатнашҡан. Был һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусыларҙың 84,24 проценты тигән һүҙ.

8 сентябрҙә республика Башлығын һайланыҡ.
Бөрйән районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, беҙҙең районда был көндә 37 участка һайлау комиссияһы эшләгән. Тауыш биреүҙә 9687 кеше ҡатнашҡан. Был һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусыларҙың 84,24 проценты тигән һүҙ.
Республика Башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр беҙҙең районда тауыштарҙы түбәндәгесә йыйған: В. В. Барабаш – 0,20, З. Р. Ғайсина – 1,03, Ю. В. Игнатьев – 0,20, Р. Ф. Ҡадыров – 0,39, В. Ю. Кобзев – 0,09, Ю. Ғ. Ҡотлоғужин – 6,40, И. К. Сухарев – 0,34, Р. Ф. Хәбиров – 90,97 процент.
Республика буйынса Радий Хәбиров өсөн 1 миллион 784 мең 113 һайлаусы үҙенең тауышын биргән (82,02 процент). Юнир Ҡотлоғужинға (КПРФ) - 150 679 (6,89 процент), Иван Сухаревҡа (ЛДПР) – 99 258 (4,53), Зөлфиә Ғайсинаға (“Яблоко”)– 33 371 (1,53), Юрий Игнатьевҡа (“Ғәҙел Рәсәй”) – 26 935 (1,23), Рәфис Ҡадыровҡа (“Рәсәй патриоттары”)– 24 032 (1,10), Владимир Барабашҡа (“Граждандар көсө”) - 21 175 (0,97), Владимир Кобзев (“Пенсионерҙарҙың Рәсәй партияһы ғәҙеллек өсөн”) өсөн 17 678 (0,81) тауыш булған.
Халыҡтың һайлауҙарҙа ҡатнашыу кимәле 70,3 процент тәшкил иткән.
Бынан тыш, урындағы советтарға ла депутаттар һайланды. Ул турала мәғлүмәт гәзиттең киләһе һанында буласаҡ.
Читайте нас в