Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2019, 12:00

Күңел талабы буйынса йәшәй

Сәскәләрҙе күңелем талабы буйынса ғына үҫтерәм, уларҙы тәрбиәләүгә бар күңелемде һалам, ти Иҫке Монасиптың йәмле Ағиҙел урамында, Ослотау тапҡырында, ҙур ер биләп йәшәп ятҡан Рәмилә Юлдашева.

Сәскәләрҙе күңелем талабы буйынса ғына үҫтерәм, уларҙы тәрбиәләүгә бар күңелемде һалам, ти Иҫке Монасиптың йәмле Ағиҙел урамында, Ослотау тапҡырында, ҙур ер биләп йәшәп ятҡан Рәмилә Юлдашева.
- Өйөбөҙ ауыл осонда, кеше-ғаранан алыҫ булғас, ниңә улай ҡутара сәскә-гөл үҫтерәһең, барыбер берәү ҙә күрмәй, тиеүселәр ҙә булды. Бәй, кеше сәскәне кеше өсөн үҫтерәме ни? Матурлыҡ өсөн үҫтерәм мин уларҙы. Йыл һайын кәмендә ике мең һумлыҡ сәскә орлоғо алам. Ҡара яҙҙан ынйыларым сәскә ата башлай, шунан – башҡалары. Ике баҡсам йәй әйләнәһенә күкрәп сәскә атып ултыра: сальвиялар, георгиндар, арыҫлан ауыҙҙары һ.б., - ти уңған хужабикә.
Рәмилә апай менә Рәмил ағай өс уланға ғүмер биреүгә сәбәпсе: Фуаттары ғаиләһе менән Баймаҡта йәшәй, Фәһим – ауылда, Фәдис – студент.
Рәмилә апай күп итеп кәзә көтә, ҡымыҙын теләгән кеше өйөнөн килеп ала. Ишемтәгә ҡушымта, тип йәшәп ятҡан көндәре. Хәләл көсөң менән тапҡан малдан артыҡ ни бар ауыл кешеһенә. Күңел талабы буйынса йәшәү – үҙе ҙур бәхет.
Читайте нас: