Башҡарма документтар урынына – яңы портфелдәр, мәктәп формаһы, канцелярия тауарҙары һәм башҡа бүләктәр. Суд приставтары “Балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тигән акцияға ҡушылды.
Күп ата-әсәләр өсөн август йылдың иң тынғыһыҙ айы булып һанала: балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләргә, мәктәп өсөн әйберҙәр һатып алырға кәрәк. Бигерәк тә әҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм хәүеф төркөмөндәге ғаиләләрҙе бер һорау борсой: баланы әҙерләүгә ҡайҙан аҡса алырға?
Ошондай ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы “Балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тигән акция үткәрҙе һәм 12 августан башлап суд приставтары мохтажлыҡ кисереүсе ғаиләләргә йөрөп, уларға бүләктәр тапшырҙы.
Идаралыҡ бындай акцияларҙы артабан да дауам итергә ниәтләй. Сөнки балаларға ярҙам итеү – һәр гражданиндың әхләҡи бурысы.
Бөрйән районы буйынса суд приставтары хеҙмәте бүлеге начальнигы-өлкән суд приставы.