Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2019, 11:25

Яңғыҙ ҡанат ҡағыу, ай-һай, ауыр...

-Атай үлгәс, артабан нисек йәшәрбеҙ икән, тип ҡара ҡайғығы баттыҡ. Алда унан да ауырыраҡ ҡайғы көткәнен – икенсе йылына беҙ, алты бала, әсәйебеҙҙән дә ҡалырыбыҙҙы ҡайҙан ғына беләйек инде...

-Атай үлгәс, артабан нисек йәшәрбеҙ икән, тип ҡара ҡайғығы баттыҡ. Алда унан да ауырыраҡ ҡайғы көткәнен – икенсе йылына беҙ, алты бала, әсәйебеҙҙән дә ҡалырыбыҙҙы ҡайҙан ғына беләйек инде...

Яҙмыш һынауы уның менән генә лә бөтмәне әле – етем ҡусты-һеңлеләрҙе үҫтерешеп, инде башлы-күҙле итеп бөтөп, бер аҙ хәләсейем генә тигәндә, үҙебеҙҙең балаларҙы бергәләп үҫтерер генә саҡта, иптәшем Рәмил беҙҙе ташлап китеп барҙы. Тағы өс бала бер минең генә күҙемә ҡарап ҡалды. Уларҙы уҡытыу, кеше итеү өсөн байтаҡ төн йоҡоларынан яҙырға, теште ҡыҫып тормош арбаһына нығыраҡ егелергә тура килде.


...Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Рәмилә Ғәлиуллина – Кейекбай ауылы ҡыҙы. Шәрифулла һәм Нәбирә Ҡарабаевтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға күҙен асҡан ҡыҙға яҙмыш әсе-сөсөһөн күп татытҡан.

1953 йылда армиянан ҡайтҡас та хужалыҡта ферма мөдире, бригадир булып, эшкә төптән егелгән Шәрифулла Мәндәғол ҡыҙы Нәбирә менән ҡорған ғаиләһен дә етеш йәшәтергә тырыша.

-Мин ата-әсәйемдең донъя көткәнен иҫләмәйем дә һымаҡ, беҙ торғансы уҡ йорт эшен теүәлләп, атай хужалыҡ эшенә киткән булыр ине. Ҡурала өс һыйыр, һанына сыҡҡыһыҙ ваҡ мал, баҡсала кәмендә 18 баш умарта... Быларға өҫтәп - береһенән-береһе бәләкәй алты бала.


Тулы вариантын "Таң" гәзитенең 3 сентябрь һанында уҡығыҙ.



Читайте нас: