Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2019, 10:08

Ил төкөрһә, күл була

Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» республика хәйриә акцияһы тамамланды. Сара 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем уҙғарылды.

Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» республика хәйриә акцияһы тамамланды. Сара 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем уҙғарылды.
Быйылғы йылда районыбыҙҙа «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» акцияһы юғары кимәлдә үтте, тип әйтергә була. Был хәйриә акцияһын ойоштороуҙа район хакимиәтенең роле бик ҙур, шуға ла беҙ был ҙур изге эште уңышлы ғына йырып сыға алдыҡ.
Быйыл республика хәйриә акцияһында 38 ойошма, 10 шәхси эшҡыуар, десантсылар, Германияла хеҙмәт иткән беҙҙең райондаштарыбыҙ (ГСВГ) һәм 1 изге күңелле кеше ҡатнашып, 133 500 һумлыҡ портфель, мәктәп формаһы һәм кәрәк-яраҡтары йыйылды. Быйылғы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» хәйриә акцияһы барышында 202 балаға ярҙам күрһәтелде - 25 балаға комплектланған сумка, 150 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары, 27 балаға мәктәп кейемдәре тапшырылды.
Тулы вариантын "Таң" гәзитенең 3 сентябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: