Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 19:04

Яңы мәктәп балаларҙы ҡабул итте

Ағиҙел ҡасабаһы уҡыусыларынан бәхетле бала бар микән бөгөн? Юҡтыр, ана бит, ҡулдарына сәскә гөлләмәһе тотҡан һәр ҡайһыһының йөҙөндә нур уйнай, бәхет йылмая – хатта көҙгө көндөң рәте китеп тороуы ла быға кәртә түгел. Бәй, бөтәһе лә яңы ағиҙелдәр өсөн: өр-яңы мәктәп, яңы кластар, яңы майҙансыҡ, яңы беренселәр, иҫке дуҫтарҙың яңы тәьҫораттары, йәйҙән алған хәтирәләре...

Уҡытыусылары Гөлсөм Ҡарағолова етәкселегендә 10 беренсе класс уҡыусыһы тантаналы рәүештә линейка һыҙымында үҙ урынын биләне.
Уҡыусыларҙы, коллективын, ата-әсәләрҙе мәктәп директоры Айрат Марат улы Сәлихов Белем көнө айҡанлы тәбрикләп, үҙе һәм улар исеменән хөкүмәтебеҙгә, район етәкселегенә, төҙөүселәргә ошондай заманса мәктәп бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт еткерҙе.
Мәкәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 3 сентябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: