Быйыл Әбделмәмбәт мәктәбенең 11-се класына
барасаҡ был уҡыусылар – игеҙәктәр Рәфилә, Рәфил һәм Рәсилә Мәсәғүтовтар.
Гәзит уҡыусыларҙың хәтерендәлер, уларҙың тыуыуы, шунан тәпәй баҫып китеүҙәре, уҡырға төшөүҙәре хаҡында хәбәр итә барғайныҡ. Быйыл улар 11-се класҡа барасаҡ.
...Беҙҙе инде еткән ике ҡыҙ менән буйсан ыҫпай егет ҡаршыланы. Уларҙың уңыштары, тырышып уҡыуҙары, йыр-моң, спорт менән дуҫ булыуҙары хаҡында хәбәрҙарбыҙ, ә бына ниндәй уй-хыялдар менән йәшәп ятыуҙары бығаса сер ине. Ун беренсегә барған үҫмерҙәр өсөн был үтә лә мөһим. Һүҙҙе лә шунан башланыҡ.
Нәзәкәтле, сәмсел, башҡаларға һәр саҡ ярҙам итергә ынтылып торған, хатта кешегә һуңғы кейемен сисеп бирергә әҙер Рәсилә киләсәктә табип булырға хыяллана икән. Тырыш, ныҡыш, ҡыйыу Рәфилә берәй һөнәр алыуын алһа ла, тормошон эшҡыуарлыҡ менән бәйләмәксе. Әйткәндәй, ул быйыл “Яҙ гүзәле” район бәйгеһендә һәм “Бөрйән һылыуы” конкурсында Гран-при яуланы. Атаһына оҡшап, аҙ һүҙле, шул уҡ ваҡытта бер әйтһә, уҡыта ғына әйтә торған Рәфил иһә теш табибы булмаҡсы. Тырыштар яуламаҫ үрҙәр юҡ – Мәсәғүтовтарҙың да хыялдары ысынбарлыҡҡа әйләнер әле.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 30 август һанынан уҡырһығыҙ.