- Баҙарға сығарып һата торған малдар фәҡәт Иҫке Собханғолдағы мал һуйыу цехында ғына һуйылырға тейеш тигән талап беҙҙең ауыл халҡының бәкәленә генә түгел, кеҫәһенә лә һуға. Мәҫәлән, миңә, Ғәлиәкбәр ауылы кешеһенә, малымды Иҫке Собханғолға алып барыу өсөн ҙур йөк машинаһы кәрәк, малды һуйғас, эсәк-ҡарыны әрәм булмаһын өсөн, йыуҙыртырға бер ике-өс ҡатын-ҡыҙҙы тағы бәләкәй машинаға тейәп барырға тура килә. Заправкаға ғына 3 мең һум аҡса китә. Ул итте баҙарҙа әллә һатаң, әллә юҡ әле. Беҙҙе ошо ҡыйынлыҡтан йолоу маҡсатында, ветстанция хеҙмәткәрҙәре, белгестәр үҙҙәре ауылға килә алмаймы икән? Мәҫәлән, бер-ике кеше өсөн бармайбыҙ, тиһәләр, ошо эште (күсмә ауылдарға сығыуҙарҙы) халыҡтың күпләп мал һуйған мәлендә – һуғым осоронда ойоштороп булалыр. Беҙ уларға күрһәткән хеҙмәттәре өсөн түләр инек. Малыбыҙҙы үҙебеҙсә һуйып, итен таныш-тоношҡа таратып (көтәсәккә, алмашҡа) кинәнер инек. Юғиһә бит, нимә генә тип аҡланһалар ҙа, теге цехта ток менән һуғылған мал ите хәләл булмай. Баҙарға шунда һуйылған итте һатырға алып сыҡһаң да, хәҙер мосолмандар унан ит алмауҙы хуп күрә.