Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2019, 11:30

Мәктәп баҙары гөрләй

Тиҙҙән яңы уҡыу йылы етә. Шуға бәйле, кесаҙна көнө район үҙәгендәге баҙарҙа халыҡ шығырым тулы ине. Төрлө ауылдарҙан килеп, ата-әсәләр мәктәп йәшендәге балаларына уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып ала.

Тиҙҙән яңы уҡыу йылы етә. Шуға бәйле, кесаҙна көнө район үҙәгендәге баҙарҙа халыҡ шығырым тулы ине. Төрлө ауылдарҙан килеп, ата-әсәләр мәктәп йәшендәге балаларына уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып ала.
Иҫке Монасип ауылынан Клара Әмирханова ейәнсәре Регина менән килгән. “Ике ейәнсәрем бар. Өлкәне – БДУ студенты, кесеһе 9-сы синыфҡа күсә”, - ти Клара апай. Әле Регинаға аяҡ кейеме һайлайҙар. Мәктәп формаһы, кофта һәм башҡа әйберҙәр алып бөткәндәр. Һөҙөмтәлә, мәктәпкә әҙерлек ун меңгә барып менгән.
Ҡурғашлынан Айзилә Мырҙағолованың малайы Арыҫлан быйыл беренсе класҡа уҡырға бара икән. Арыҫланға сумка, костюм-салбар, канцелярия тауарҙары һатып алғандар. Былар өсөн 12 мең һумға яҡын аҡса киткән. Байназарҙан Ләйсән Исмәғилева 3-сө класҡа барыусы ҡыҙы Яҙгөлгә дәфтәр-ручка кеүек ваҡ-төйәк әйберҙәр алыу өсөн 2000, кейем-һалымға 8000 һум тотонған.
Аҫҡар мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Ғәзиз Юлмөхәмәтов баҙарға апайҙары менән килгән. “2500-гә костюм, 450-гә күлдәк, 850-гә туфли, 120 һумға галстук һатып алдыҡ”, - ти Ғәзиз. Апайы Ләйсирә 9-сы синыфҡа бара. Уға эске-тышҡы аяҡ кейеме, спорт костюмы һатып алырға йыйыналар.
Баҙар буйлап һатыусыларҙан тауар хаҡтары менән ҡыҙыҡһынып һорап сыҡтым. Ҡыҙҙарға мәктәп формаһы уртаса 1000 һумдан 1500-гә тиклем, малайҙарға костюм-салбар – 2500 һум тирәһе. Спорт кейемдәре 700-1200 һум тора. Сумкаларҙың хаҡы 400 һум менән 1000 һум араһында.
Баҙарҙағы ҡайһы бер юғары хаҡтар менән килешеп етмәүселәр ҙә бар. Сөнки магазиндарҙағы тауарҙар, сағыштырып ҡарғанда, күпкә осһоҙораҡ. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәр ауылынан Илдар Ишмөхәмәтов үҙенең ҡыҙына мәктәп кәрәк-яраҡтарын «Табыш», «Зилә» магазиндарынан ҡарап алған. Һуңынан баҙарға ла һуғылған. «Зилә»ләге 250 һумға алған әйберҙәр баҙарҙа 450-500 һум, бер үк пенал “Табыш”та 80 һум, баҙарҙа 200 һум тора ине. Халыҡ былай ҙа аҡсаһыҙ. Хаҡтарҙы контролдә тотоусы ойошмалар юҡмы икән», тигән фекерен еткерҙе Илдар ағай.
Әлбиттә, мәктәп уҡыусылары беренсе сентябргә сағыу кейемдә, яңы сумка аҫып барырға теләй. Шуға күрә ата-әсәләр балаларына аҡсаһын йәлләмәҫкә тырыша.
Читайте нас: