Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 11:51

“Маҡсат – районды донъяның йәнле бер үҙәгенә әйләндереү”

Рөстәм Динислам улы Шәриповтың район хакимиәт башлығы булып эш башлауына ошо йәйҙә 5 йыл тулды. Тәү ҡарамаҡҡа оҙайлы булып күренмәһә лә, ысынында бик күп ваҡиғаларҙы, бик күп эштәрҙе үҙ эсенә алған 5 йылда етәксе ниндәй маҡсаттарға ирешкән, ниҙәрҙе үҙгәртә алған икән? Ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап табыу өсөн хакимиәт башлығының үҙенә мөрәжәғәт иттек.

Рөстәм Динислам улы Шәриповтың район хакимиәт башлығы булып эш башлауына ошо йәйҙә 5 йыл тулды. Тәү ҡарамаҡҡа оҙайлы булып күренмәһә лә, ысынында бик күп ваҡиғаларҙы, бик күп эштәрҙе үҙ эсенә алған 5 йылда етәксе ниндәй маҡсаттарға ирешкән, ниҙәрҙе үҙгәртә алған икән? Ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап табыу өсөн хакимиәт башлығының үҙенә мөрәжәғәт иттек.


- Рөстәм Динислам улы, 2014 йылға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Тәүге осоро эшләп китеүе ауыр булдымы? Айырыуса ниндәй ауырлыҡтарҙы йырып сығырға тура килде?

- Ысынында, күңел түрендә ҡасандыр хакимиәт башлығы булырға тигән хыял-маҡсат та булғандыр, әммә шул уҡ ваҡытта ошо вазифаға тәғәйенләү минең өсөн көтөлмәгән һынау булды. Ул йылды ғаиләлә лә үҙгәрештәр булды - июнь айында хакимиәт башлығы итеп ҡуйһалар, июлдә улым тыуҙы. Районды етәкләүҙең ниндәй ҙур яуаплылыҡ икәнен аңлап, көндөң ҡасан башланып, төндөң ҡасан бөткәнен һәм аҙнаның ниндәй көнө икәнен дә буталып, бигерәк тә тәүге бер-ике айҙа шок хәлендәрәк йөрөнөм. Шуға эште башлап китеүе еңелдән булды, тип әйтә алмайым. Иң йәш башлыҡ булараҡ, Өфө, республика кимәлендә мөнәсәбәт тә икенсе төрлөрәк ине, үҙем дә ҡайһы саҡ уңайһыҙлыҡ тойғолары кисерҙем. Шул уҡ мәлдә халыҡтан ниндәйҙер көс килгәнен тойоп, ябайлыҡ менән алдырырға тырыштым. Эш башлаған осоро, бәлки, кемдәргәлер ҡатыраҡ бәрелергә тура килгәндер, кемдәрҙелер үпкәләткән, рәнйеткән булһам, бөгөн ғәфү үтенәм. Һуңғы арала үҙем дә һиҙәм - тауыш күтәреүем хәҙер бик һирәк, ә ул ваҡытта бөтә ысулдар рөхсәт ителә тигән һымаҡ эшләргә, тәжрибәне хаталар аша ла тупларға тура килде. Тәүге осоро бөтә нәмә ауыр һымаҡ тойолһа, бөгөн иһә ул тиклем үк ауыр булмағанын аңлайһың.

Хакимиәт башлығы булараҡ районда алып барылған ниндәйҙер йүнәлештәрҙе, эштәрҙе, маҡсаттарҙы юғалтмай, икенсе яҡтан, шуларҙы икеләтә-өсләтә үҫтереп, көсәйтеп алып китергә кәрәк ине. Хәлдән килгәнсә райондың үҫеш юлында бушлыҡ булдырмай, халыҡ, район ойошмалары өсөн ауырлыҡ тыуҙырмай үткәреп алып китергә тырыштым.


- Районды етәкләү, уны үҫтереү ҙур яуаплылыҡ, көс һәм ваҡыт талап иткәнен күптәр яҡшы аңлайҙыр, ә хакимиәт башлығы булыр өсөн ниндәй сифаттарҙы тәрбиәләргә кәрәк? 5 йыл элекке Рөстәм Динислам улы менән бөгөнгөһө ниндәй сифаттар менән айырыла икән?

- Нәҡ хакимиәт башлығы булараҡ ниндәйҙер сифаттарҙы тәрбиәләү тураһында уйлағаным булманы, әммә кешене ишетә белеү, тыңлай белеү, ғәҙеллек, дөрөҫ һөйләү – ҡыҫҡаһы, кешегә хас булған бөтә ыңғай сифаттарҙы үҙемдә тәрбиәләргә тырыштым. Хакимиәт башлығы холоҡ яғынан да, тормош позициялары йәһәтенән дә күп яҡлы һәм ауылдарҙа йәшәгән һәр кешенең сағылышы булырға тейештер. Шулай уҡ республика кимәлендә ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн әрһеҙлек, принципиаллек тә кәрәктер.

5 йыл элекке Рөстәм менән бөгөнгөһөн сағыштырғанда, ҙур үҙгәрештәр булғандыр, тип уйламайым, бары тик олпатлана килә кешенең ҡайһылыр һыҙаттары асыла йәки, киреһенсә, юғала, тиҙәр бит, минең уйлау ҡеүәһе, аң даирәһе, ниндәйҙер кешелеклелек сифаттары артҡандыр, ҡайһы бер һәләттәр асылғандыр, тип уйлайым. Тәүге осоро бөтә нәмәне хис-тойғолар аша ҡабул итә инем, төндәрен йоҡлай алмай, тынысландырыусы дарыуҙар эсергә лә тура килә ине, бөгөн иһә тынысыраҡ ҡарайым. Ниндәй генә хәлдәр булмай: кемдеңдер кемелер мәрхүм булып ҡала, ниндәйҙер ҡурҡыныс ауырыуҙар килеп сыға, төрлө фажиғәләр булып тора. Һәр ҡайһыһын йөрәк аша үткәрергә, кешенең илап килгәнен дә, әрләп килгәнен дә, ҡыуанып килгәнен дә дөрөҫ итеп ҡабул итергә кәрәк, әммә эмоцияларға ныҡ бирелеп китергә ярамай, шул йәһәттән бөгөн үҙемде баланста тоторға тырышам.


- Йыйылыш-ултырыштарҙа, төрлө сараларҙа һеҙҙең башҡорт һәм рус телдәрендә камил белеүегеҙ, киң эрудициялы булыуығыҙ һәм йәмғиәттең төрлө өлкәләрен төптән аңлауығыҙ һоҡландыра. Ошо сифаттарҙы тәрбиәләү өсөн үҙ өҫтөгөҙҙә күп эшләргә тура киләме?

- Сығыш яһауға килгәндә, ул минең булмышыма һалынған да булғандыр, әммә аудитория алдында сығыш яһау бала саҡтан иң ҡурҡҡан нәмәм булды. Институтта уҡығанда ла практик дәрестә сығыш яһау иң ҡурҡыныс эш кеүек тойола ине. Дәрескә бармай, “н” алһам ала инем, әммә ҡыҙҙар-егеттәр әҙерләп биреп, мә, сыҡ та уҡы, тип биргән лекция ла минең өсөн катастрофаға әйләнә торғайны. Хакимиәт башлығы булып эшләй башлағас та иң ҙур ҡурҡыуым шул ине. Һабантуйҙа сығыш яһарымды белгәс, берәй аҙна алдан тулҡынлана башлай торғайным, сығыштар мәлендә аяҡтарым ҡалтырап, хәҙер ҡолайым инде, тигән ваҡыттар ҙа булды. Һәм ҡурҡыуымды еңеү өсөн үҙемде тәрбиәләй башланым: өйҙә, кабинетта текстарҙы уҡып, “репетициялар” яһап, сығыштарымдың видеояҙмаларын ҡарап, кешеләрҙән һорашып, өлкәнерәктәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, үҙемдең ҡурҡыуым өҫтөндә, бигерәк тә дикция, ораторлыҡ һәләте, һүҙлек запасы һәм хаталар өҫтәндә күп эшләргә тура килде. Шул тәрбиәләү арҡаһында бөгөн, маҡтанып әйтмәйем, халыҡтан да, сит кешеләрҙән дә, юғарыла эшләүсе етәкселәрҙән дә ике телдә лә сығыш яһау буйынса маҡтау һүҙҙәре ишетәм. Бының менән нимә әйткем килә: үҙең ҡурҡҡан нәмәгә ҡаршы барһаң йәки алдыңдағы кәртәне барыбер еңәм тип маҡсат ҡуйһаң, уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

Йәмғиәттең төрлө өлкәләре, тигәндән, заманға ҡарап атларға, тормоштоң һәр матурлығын күреп йәшәргә тырышам. Кеше был донъяла күп нәмәне татып ҡараһа, үҙе күпкә бәхетлерәк, тормошо ла күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булалыр, тип уйлайым. Шуға ла мин төрлө йүнәлештәр менән ҡыҙыҡһынам: велосипедта йөрөйөм, тренажерҙа шөғөлләнәм, шахмат, волейбол уйнайым, төрлө көрәш төрҙәре менән ҡыҙыҡһынам, һирәк булһа ла балыҡҡа йөрөйөм, ғаиләм менән тәбиғәткә сығам, көҙөн әлморон, балан йыям, ҡайһы саҡта нимәлер конструкторлайым, нимәләрҙер ҡороп ҡуям. Бала саҡта шиғыр яҙып, йырлап та ҡараным, хәҙер ҡурайҙа уйнарға, сит телдәрҙе өйрәнергә маташам, космосҡа, физикаға ҡағылышлы яңылыҡтарҙы уҡыйым. Ҡыҫҡаһы, төрлө нәмәнән әҙ-әҙләп өйрәнәм, шунлыҡтан сағыу ғына һәләтем дә юҡ һымаҡ. Һуңғы 4-5 йылда ҡортсолоҡ менән дә мауығам. Әлеге көндә 5 баш умартам бар, был ғаиләгә етерлек бал алыу, балаларыбыҙға райондың уникаль үҙенсәлеген күреп үҫеү мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай, үҙемде лә тәрбиәләй, ҡортсолар менән һөйләшергә, уларҙың проблемаларын аңларға, улар менән бер уйҙа булырға ярҙам итә.

Ултырыштарға килгәндә, тәүге ваҡытта йышыраҡ әҙерләнергә, ниндәйҙер мәғлүмәттәрҙе ҡарап сығырға тура килә ине, хәҙер, күп өлкәләр хакимиәт башлығының көндәлек эштәре менән бәйле булғас, күпселек мәғлүмәт яҡынса һандар, яҡынса суммалар менән булһа ла башта йөрөй. Әгәр ултырыш-йыйылыштар минең өсөн ятыраҡ йүнәлештә булһа, ул өлкә буйынса алдан әҙерләнергә, тар йүнәлештәге белгестәр, урынбаҫарҙар менән кәңәшләшергә тура килә.


- 5 йыл элек ҡуйылған маҡсаттарығыҙға ирешә алдығыҙмы? Ниндәйҙәре әле лә тормошҡа ашырыуҙы көтә?

- Гимназияла, институтта уҡыған ваҡыттарҙа кешелә Бөрйәнгә ҡарата негатив мөнәсәбәтте тойорға тура килде, артта ҡалған район тип ҡарайҙар ине, шуға төп маҡсат Бөрйәнде яңы кимәлгә күтәреү ине. Конкрет миҫалдарға туҡталғанда, Ирек Фәсхетдин улы, Динир Әсҡәт улы эшләгән осорҙарҙа башланған проект - Иҫке Собханғол мәктәбен башлатып, төҙөтөү иң ҙур стратегик мәсьәләләрҙең береһе ине. Шөкөр, ул маҡсатты тормошҡа ашыра алдыҡ. Яңы Собханғол һәм Ағиҙел мәктәп-балалар баҡсалары буйынса ла маҡсаттарға ирештек, тиергә мөмкин. Әлеге көндә теләп тә эшләтә алмаған йәки тормошҡа ашырыу өсөн бәләкәй генә булһа ла аҙымдар эшләмәгән бер маҡсат та юҡ. Районға электр үткәреүҙе, яҡтылыҡты бурыс итеп ҡуя инек - бөгөнгө көндә просека ҡырҡыла башланы, икенсе йылға резерв линия барлыҡҡа киләсәк, ҡояш электр станцияһы төҙөлә; быйыл яҡтыртыуға 3 миллион һумға яҡын аҡса бүленеп, бағаналар ҡуйылды, линиялар һуҙылды, плафондар светодиодҡа алышынды. Юлдарҙы яҡшыртырға теләнек – быйыл, мәҫәлән, 20 километр самаһы юл һалына, ауылдарҙың урамдарына (быйыл Тимер, Нәби, Байназар, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдарында, Ағиҙел ҡасабаһында), Шүлгән мәмерйәһе йүнәлешендә асфальт түшәлә; йәнә быйыл өҫтәлмә грейдер алыуға өлгәштек, көҙ айҙарында тағы бер грейдер көтөлә, киләсәктә ауылдарға юлдарҙы йышыраҡ грейдерлап торасаҡбыҙ. Ауылдарҙы газлы итеүҙе маҡсат иткәнбеҙ - әле Иҫке Собханғол-Ырғыҙлы йүнәлешендә проект эштәре бара, Байназарҙың Туғай урамында, Иҫке Монасиптың Кепес яғына, Иҫке Собханғолдоң Ерекле, Шишмә, Совхоз урамдарына һәм тағы бер нисә урында газ үткәрелә. Һыуға килгәндә, ҡайһы ауылдарҙа система эшләп килә, уларҙы бөгөн туҡтатмай эшләтергә тырышабыҙ, йәнә ике проект эшләнелеп, “Ауылды үҫтереү” милли проекты сиктәрендә киләһе йыл – Ҡурғашлыла, 2021 йылда Аҫҡарҙа һыу үткәреләсәк, Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт ауылдарының яңы биҫтәләренә киләсәккә проект эштәре күҙаллана. Мобиль элемтә, интернет халыҡты борсоған һорауҙарҙың береһе ине - үткән йыл “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы эргәһендә МТС компанияһы бер вышка ҡуйҙы, быйыл 4-се кварталда районға йәнә ике вышка ҡуйыу күҙаллана, алдағы йылдарҙа райондың бөтә ауылдарына мобиль элемтәне еткереүҙе маҡсат итеп алғанбыҙ; оптик-сүс линияһы үтмәй ҡалған 5 ауылды интернет менән тәьмин итеү өсөн “Башинформсвязь” етәкселеге менән көсөргәнешле эштәр алып барабыҙ. Ауылдарҙы күперҙәр менән тәьмин итеү ҙә планлы рәүештә бара, республиканың 100 йыллығына 2 мәктәп-балалар баҡсаһынан тыш район мәҙәниәт һарайы реконструкциялана, музей комплексы төҙөлә һ.б.

Шуныһы әһәмиәтле: бөгөн республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улының да ошондай уҡ мәсьәләләрҙе төп маҡсат итеп алыуы, уның менән бер үк позицияла, бер үк уйҙа булыуыбыҙ һиҙелә. Шуға күрә бөгөнгө етәкселек менән эшләүе күпкә еңел һәм уларҙың һәр ҡушҡан, хатта әрләгән һүҙҙәрен дә дөрөҫ ҡабул итәһең, ошоға тиклем дә һин дөрөҫ йүнәлештә эшләгәнһең, тигән аңлау барлыҡҡа килә һәм был киләсәккә көс бирә.

Шәхси маҡсаттарға ла ирешкәнмендер, тим: Аллаға рәхмәтлемен, ғаиләм бар, ике малайға атаймын.


- Райондың бөгөнгөһөнә күҙ һалғанда, бөгөн һеҙҙе айырыуса нимә борсой?

- Мине бөгөн аҡсаға бәйле, матди сығымдар талап иткән мәсьәләләрҙән бигерәк йәмғиәттәге кире күренештәр борсой. Сөнки аҡсаға бәйле мәсьәләләр, яйлап булһа ла, хәл ителеп китеп бара. Ә бына эскелек, торомошҡа ҡарата вайымһыҙлыҡ, ғаиләләрҙең тарҡалыуы, кешенең күңел торошо хафаға һала. Мөрәжәғәттәр араһында ла шундай хәлдәр осрай: таныш-тонош, күрше-күлән генә түгел, хатта бер туғандар килеп, бер-береһен ошаҡлашалар, яла яғалар. Ата-бабаларыбыҙ ауылдаштары менән һуңғы һыныҡ икмәген бүлешеп, ҡан дуҫ булып йәшәгән, бер-береһенә өмәләргә йөрөгән, ә беҙ ябай ғына кешелеклелек сифаттарын да юғалта барабыҙ түгелме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙең өсөн генә йәшәү, эгоизм сәскә ата, шунлыҡтан тарҡаулыҡ барлыҡҡа килә. Әгәр артабан да ошолай дауам итә икән, тәбиғәтебеҙҙе лә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе лә һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ, ниндәйҙер мөмкинлектәрҙе лә ҡулдан ысҡындырасаҡбыҙ бит. Әлегә мин был проблеманы хәл итеүҙең бер юлын күрәм, ул – дин. Йылдан-йыл ошо өлкә үҫә, нығына, нәҡ дин генә халыҡты кире күренештәрҙән аяп, берҙәм итеп тәрбиәләй ала.


- Белеүебеҙсә, һеҙгә ҡабул итеүгә килеүҙән тыш, социаль селтәрҙәр аша ла мөрәжәғәт итеүселәр бар. Был мөрәжәғәттәр шунда уҡ хәл ителәме? Ғөмүмән, район халҡы күберәк ниндәй проблемаларҙы күтәрә?

- Социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар халыҡ менән араны яҡынайтты, бөгөнгө көндә улар аша төрлө мөрәжәғәттәр килә. Халыҡты күберәк яҡтылыҡ, бүре-айыу, юлдар, ағас, интернет, социаль объекттар, эшкә урынлашыу кеүек мәсьәләләр борсой. Хәл итеүенә килгәндә, һорау нисек оператив рәүештә килә, беҙ ҙә оператив рәүештә хәл итергә тырышабыҙ. Бигерәк тә хакимиәттең, ауыл биләмәләренең көндәлек эшенә ҡағылған, мәҫәлән, ҡайҙалыр лампочка ҡуйыу, ҡайҙалыр грейдер ебәреү кеүек эштәрҙе шунда уҡ башҡарырға тырышабыҙ. Объекттарға бәйле мәсьәләләр, әлбиттә, ваҡыт талап итә. Көнөнә уртаса 5-6 һорау килә, мөрәжәғәттәрҙең 90-95%-ы “Бәйләнештә” селтәре аша ҡабул ителә.


- Эшһеҙлек мәсьәләһе буйынса нимә әйтерһегеҙ?

- Эшһеҙлек – ике яҡлы һорау. Бер яҡтан, беҙҙең районда 1000-әр кешене эш урындары менән тәьмин итерлек етештереү предприятиелары булмаһа, икенсе яҡтан, элементар ғына урынға ла эшкә кеше табыуы ҡыйын. Һуңғы арала эшҡыуарҙарҙан, етәкселәрҙән йыш ишетергә тура килә: кадрҙар етешмәй. Магазиндарға һатыусымы, етештереү, төҙөлөш өлкәһе булһынмы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшкә ҡарата мөнәсәбәтебеҙ ауыр. Мәҫәлән, Өфө маршрутына водителде аҙнанан ашыу эҙләнек. Кемдер һауанан ғына килтереп төшөрә икән тип көтөүселәр әҙ түгел. Эшләмәгәндәр араһында эскән кешеләр күп, эскәс, кемдең уларҙы эшкә алғыһы килеп торһон? Эшләйем тигән, тырышҡан кеше барыбер юлын таба.

Халыҡҡа күберәк эш урындары булһын өсөн бөгөн беҙгә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтерергә кәрәк. Беҙҙә әлегә тәүәкәллек, сослоҡ етеңкерәмәй, баҫалҡылыҡ көслө. Ҡайһы саҡ берәй эшҡыуар матур итеп эшләп алып китһә, ҡыуанып, кем икәнен белешһәң, Бөрйәндең килене йә кейәүе, йә ситтән килгән кеше булып сыға. Бөгөнгө көндә бит билмән, һалма кеүек ярымфабрикаттар ҙа районға ситтән килә. Уңышлы эшләп килгән икмәк бешергән базалар бар бит, тимәк, башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерергә кәрәк. Бөгөн эшҡыуарҙарға дәүләт тарафынан төрлө программалар, гранттар тәҡдим ителә, уларҙы юллап, ҡулланһындар ине. Шулай уҡ “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”нә лә килеп, үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшһендәр, хәл итеү юлдарын ҡарарбыҙ.


- Районды киләсәктә нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ? Уның үҫеше өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?

- Киләсәктә районды уникаль тәбиғәте, ҡортсолоҡ-солоҡсолоғо, йәшәү кимәле, кешеләребеҙ, үҙебеҙгә генә хас йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, телебеҙ менән дан тотҡан бер “донъя үҙәге” итеп күрәм. 10-20 йылдан матур-матур ғаиләләребеҙ, матур-матур объекттарыбыҙ менән башҡаларҙы һоҡландырған, кешеләрҙең йөҙөнән йылмайыу бөркөлгән сағыу, йәнле үҙәккә әйләндереүҙе төп маҡсат итеп алғанмын. Уға ирешеү өсөн бар социаль объекттарҙы таш-кирбестән итергә, юлдарҙы асфальтларға, бөтә урындарҙы газ, һыу, электр менән тәьмин итергә тигән маҡсаттарҙы ҡуям.

Был йүнәлештә күп эштәр башҡарыла. Быйыл, мәҫәлән, районға йәлеп ителгән бюджет аҡсалары һәм коммерция йүнәлешендәге инвестициялар 1,5 миллиард һум тирәһе тәшкил итә. Был элекке йылдар менән сағыштырғанда, 2-3 тапҡырға күберәк, былтыр был сумма 600-700 миллион һум булғандыр.

Быйыл районға республика етәксеһенең ике тапҡыр килеп ҡайтыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс булды, сөнки бик күп һорауҙарҙы ыңғай хәл итеүгә өлгәштек (был хаҡта тулыраҡ гәзиттең 4 июнь һанында баҫылды - авт.). Районды үҫтереү, йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн федераль һәм республика кимәлендә аҡсалар йәлеп итеү өсөн күп көс һалабыҙ, төрлө программалар, милли проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға ла иғтибар бүләбеҙ: быйыл районға күсмә стоматология модулен алып килә алдыҡ, “Сәләмәтлек поезы” эшләне, табиптар йәлеп итеү буйынса эш алып барыла, ауылдарға ЭКГ аппараттары алыуға 2 миллиондан ашыу аҡса бүленде, дауахананың терәүсе стенаһын йүнәтеүгә лә 16 миллион һум аҡса юллай алдыҡ.


- Райондың үҫеше өсөн төп 3 йүнәлеш тип ниҙәрҙе билдәләр инегеҙ?

- Үҫеш өсөн төп 3 йүнәлеш тип туризмды, урман хужалығын һәм ауыл хужалығын билдәләр инем. Туризм буйынса ҡарағанда, быйыл районға килгән туристар һаны 20%-ҡа артты. Был өлкәлә эшләргә теләүселәрҙең артыуы һөйөндөрә: ҡайҙалыр туҡталҡалар барлыҡҡа килә, ниндәйҙер хеҙмәттәр күрһәтелә, кемдәрҙер үҙҙәре етештергән продукцияһын һата, ҡыҫҡаһы, йылдан-йыл туризмды үҫтереү процесы әүҙемләшә бара.

Ағас өлкәһенә килгәндә, әлегә ул халыҡты борсоған проблема булып тора. Бигерәк тә элекке леспромхоз кеүек ҙур ойошмаларҙың булмауы быға кире йоғонто яһай. Ҙур арендаторҙарҙың эшкәртеүе юлға һалынмауы ла ауырлыҡтар тыуҙыра. Ағасты байлыҡ итеп ҡабул итәбеҙ, тик тәрән эшкәртеүҙе яйға һала алмайбыҙ. Ҡурғашлыла асылған “Белпромресурс” компанияһының эшен дә яйға һалыу бик ауырға тура килә. Эш хаҡтары менән ҡытыршылыҡтар килеп сыға. Халыҡ менән осрашып, бурыстарҙы ҡайтарыу, ҡоролмалар, күмер етештереү цехы булдырыу, етештереүҙе тулы кимәлдә алып барыу буйынса маҡсатлы эш алып барабыҙ, киләсәктә ойошма ыңғай ғына эшләп китер, тип уйлайбыҙ. Ауылдарҙа пилорамалар күп булһа ла, таҡта-брустан артыҡ китә алмайбыҙ, тәрән эшкәртеү юҡ. Тәү нәүбәттә урмандарыбыҙҙа, урамдарыбыҙҙа тау-тау булып өйөлөп, “илап” ятҡан горбылдәрҙе эшкәртергә өйрәнергә кәрәк. Үҙебеҙҙең тәбиғәткә мөнәсәбәтебеҙҙе яҡшыртыу – бурысыбыҙ, сөнки ҡаймағын ғына алабыҙ ҙа, ҡалғанын түгәбеҙ. Бында эшҡыуарҙарға уйланырға урын күп.

3-сө йүнәлеш - ауыл хужалығы. Район тәбиғәтенең үҙенсәлеге, урман-тауҙарға бай булыуы ауыл хужалығына тар йүнәлеш бирә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙы сағыштырып ҡарағанда, сәсеү майҙандарыбыҙ 600 гектарҙан артып китте, был кемдер өсөн бәләкәй һан булһа ла, беҙҙең өсөн әҙ түгел. 2014 йылда, мәҫәлән, сәсеү майҙандары 240 гектар ғына тәшкил итә ине. Киләсәктә майҙандарҙы 1000-2000 гектарға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ, сөнки эске ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн 3 мең тонна тирәһе бойҙай-һоло кәрәк, әлегә йылына 800-1000 тонна урып алабыҙ. Фермерҙар ҙа ерҙәрҙе документлаштырыу, майҙандарҙы арттырыу буйынса әүҙемләшәләр. Шулай уҡ дөрөҫ итеп эшләгәндә, йылҡысылыҡ, айырыуса ҡымыҙсылыҡты үҫтерергә мөмкинлектәр бар, эшҡыуарҙарыбыҙ итте урында эшкәртеү, фасовкалау, фарш, билмән, башҡа продукция етештереү йүнәлештәрен дә ҡараһа ине. Бөгөн беҙ ауыл хужалығы продукцияһын сеймал килеш һатабыҙ. Әйтәйек, бер башмаҡты 20-25 меңгә тейәтеп ебәрәбеҙ. Уны бит дөрөҫ итеп эшкәртеп һатҡанда килемде 2-3 тапҡыр арттырырға мөмкин. Ҡортсолоҡ өлкәһендә лә балды фасовкалап һатыуға күсергә кәрәк, юғиһә, күп осраҡта банка, фләгә менән һатабыҙ, ә ҡап-фасовка тирәһен уйламайбыҙ.


- Район халҡына теләктәрегеҙ.

- Район халҡын теремегерәк, әүҙемерәк, тырышыраҡ булырға саҡырам. Һәр ваҡыт алдығыҙға хәл итеп булмаҫтай маҡсаттар ҡуйып, бар көсөгөҙҙө шуға йүнәлтеп йәшәргә кәрәк. Балалар, мин Бөрйәндә көслө уҡытыусы йә инженер булам, тип түгел, ә республика, ил, донъя кимәлендә билдәле шәхестәр, етәкселәр булырға ынтылһын, йәштәр, теләй икән, сит ҡалаларҙа, сит илдәрҙә белем алһын, эшҡыуарҙар, фермерҙар продукцияларын сит райондарға, республика кимәленә сығарырға тырышһын. Бөгөн беҙгә масштабтарҙы киңәйтергә, һәр ваҡыт юғарыға ынтылырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, Бөрйәнгә генә хас үҙенсәлектерҙе юғалтмайыҡ, бер-беребеҙгә итәғәтле, кешелекле булып ҡалайыҡ.


- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас: