Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2019, 12:00

Байназар мәктәбендә ремонт бара

Байназар мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә. Проект өсөн республика бюджетынан 32 861 041 һум аҡса бүленгән.

Байназар мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә. Проект өсөн республика бюджетынан 32 861 041 һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға мәктәп бинаһының эсен, ҡыйығын яңыртыу, тышын көпләү, тәҙрәләрҙе евроға алмаштырыу, йылытыу, яҡтыртыу, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыу, эстә бәҙрәф эшләү планлаштырыла. Бынан тыш, мәктәп яңы мебелдәр: парта, таҡталар, шкафтар, ултырғыстар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырыласаҡ.
Әле урында 35 кеше эшләй. “СМК М” ЯСЙ-һының төҙөлөш эштәре етәксеһе Тимур Билалов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ҡутарыу эштәре тамамланған. Бүлмәләрҙә, коридорҙа иҙән таҡталары, тәҙрә тупһалары һурып алынған. Шулай уҡ стеналар аҡтарылған. Ғөмүмән, түбә һәм стеналар буяуға, иҙәндәр бетонлауға әҙер тип әйтергә мөмкин. Ашханала һылау эштәре башланған. Иҫке йылылыҡ селтәре алмаштырыла. Электр үткәрелә. Уның менән “Айиден” хәүефһеҙлек һәм электромонтаж ойошмаһы шөғөлләнә.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 23 август һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: