-Беҙҙең Байғаҙы ауылының үҙәк урамына асфальт һалынмаймы икән? Псәнчин урамы тар ғына, юлында эре таштар сығып ята, йәй ямғыр булмағанда саңдан ишек алдына кер ҙә элеп булмай, саң менән өй тула. Бер үк ауыл хакимиәтенә ҡараған күрше Тарыуалда әллә ҡасан уҡ асфальт бар. Р. Хәбиров бит һәр ауылдың үҙәк урамына асфальт һалынасаҡ, тигәйне. Ошо үтенесебеҙгә гәзит аша яуап биреүегеҙҙе һорайбыҙ.