Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 11:52

«Бер ғаиләләй йәшәйбеҙ»

-Мин үҙем тыумышым менән Яуымбай ауылы ҡыҙымын. 1973 йылда Байғаҙыға совхозға бухгалтер-кассир булып эшкә килдем. Ошо ауылда мине эш кенә түгел, икенсе яртым, тәҡдиргә яҙған иш-ҡушым – балаларымдың атаһы Баязитов Рәжәп Дамулла улы ла көтөп торған.

Вәсилә Әҙеһәм ҡыҙы Баязитова, 1952 йылғы, Байғаҙы ауылы:


-Мин үҙем тыумышым менән Яуымбай ауылы ҡыҙымын. 1973 йылда Байғаҙыға совхозға бухгалтер-кассир булып эшкә килдем. Ошо ауылда мине эш кенә түгел, икенсе яртым, тәҡдиргә яҙған иш-ҡушым – балаларымдың атаһы Баязитов Рәжәп Дамулла улы ла көтөп торған. 1974 йылда өйләнештек. Артабан бер-бер артлы ике улыбыҙ тыуҙы. Матур ғына итеп йәшәп алып киттек. Тик тормош тигәнең бер тигеҙ генә бармай бит ул – 24 йыл әүәл хәләлем беҙҙе ташлап, баҡый донъяһына күсте. Ҡайғыны балаларыма, донъя эшенә әүрәп баҫырға тырыштым. Аталары үлгәндә бер улыбыҙ армиянан ҡайтҡан ине инде. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәнек, әле лә шулай. Шөкөр, уландарым йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй: өйләнеп, килендәр менән матур итеп донъя көтәләр, мине ташламайҙар, гел генә ярҙам итеп торалар. Артабан да ошолай ғына булһын инде. Рөстәм улым Гөлдәр килен менән Иҫке Собханғолда йәшәй. Бер ҡапҡа эсендә йәшәгән Фәнис улым менән Зөһрә киленемдең миңә мөнәсәбәте шул тиклем яҡшы – бер ғаиләләй йәшәйбеҙ. Малыбыҙ ҙа уртаҡ, мине бесәнгә йөрөтмәйҙәр. Ҡош–ҡорт алам, йәшелсә–емеш үҫтерәбеҙ, 11 баш ҡортобоҙ, 2 солоғобоҙ ҙа бар. Шөкөр, уландарым аҡыллы, мине көйҙөрөп йәшәмәйҙәр. Миңә ни, оло кешегә, балаларымдың, ейән-ейәнсәрҙәремдең һәйбәт йәшәүе, һау булыуы - үҙе ҙур бәхет.


Эйе, бәхет – һәр кем өсөн айырым, үҙенсәлекле төшөнсә. Байғаҙы ағинәйе Вәсилә апай өсөн ул балаларының имен-аманлығында, ғаиләләре менән матур йәшәүендә икән - ошо бәхеттән уны айырмаһын, тиергә генә ҡала!
Читайте нас: