Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 16:15

“Башавтотранс” автобусы йөрөй башланы

Иҫке Собханғол – Белорет – Өфө маршруты буйынса “Форд Транзит” маркаһындағы комфортлы йыһазландырылған автобус йөрөй башланы. 19 август беренсе рейс китте. Автобус иртәнге сәғәт етенән юлға сығып, Белорет аша Өфөгә юллана. Унда бер кис ҡалып, иртәгәһе көн сәғәт ундан кире әйләнеп ҡайта.

Иҫке Собханғол – Белорет – Өфө маршруты буйынса “Форд Транзит” маркаһындағы комфортлы йыһазландырылған автобус йөрөй башланы. 19 август беренсе рейс китте. Автобус иртәнге сәғәт етенән юлға сығып, Белорет аша Өфөгә юллана. Унда бер кис ҡалып, иртәгәһе көн сәғәт ундан кире әйләнеп ҡайта.
Был маршрут, тәү сиратта, Өфө ҡалаһы менән район үҙәктәре араһында бәйләнеш булдырыу өсөн ҡоролған. Автобус маршруттары республиканың бөтә райондарында, шул иҫәптән быға тиклем «Башавтотранс» системаһы менән бәйләнеше булмаған 13 районда төҙөлгән.
Иҫке Собханғол - Өфө маршрутынан тыш, Иҫке Собханғол - Белорет маршруты ла бар. Был инде район халҡына төрлө йомоштар буйынса йөрөр өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра.
Юл хаҡтарына килгәндә, тәүҙә район үҙәгенән Өфөгә барыу ғына 1020 һум торған, әле 900-гә төшөрөлгән, ә Белоретҡа 350 һум. Был «Башавтотранс» ҡуйған хаҡ, тәү ҡарашҡа, әлбиттә, бик юғары. “Баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәрен күҙаллап, хаҡты төшөрөү яғын хәл итерҙәр, тип уйлайым. Беҙ был турала еткерәсәкбеҙ”, - тине район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары Ғәзиз Манапов. Әлеге ваҡытта таксистар һәм лицензияһы булған башҡа автобустар менән улар конкуренция булдыра алмай. Мәҫәлән, А. Тимерәевтың 03.00 сәғәттә киткән автобусында юл хаҡы ни бары 450 һум, 09.00 сәғәттәгенеһе - 650 һум. Башҡа таксистарҙыҡы иһә 800 һум, сөнки улар кешене өйөнән ултыртып ала һәм кәрәк урынға еткерә.
«Башавторанс» автобусы 20 август көнө 10.00 сәғәттә Өфөнән ҡуҙғалған, Белоретҡа инеп, бер сәғәт ултырғандан һуң, район үҙәгенә 17.00 сәғәткә килеп еткән. Тимәк, юлға ете сәғәт киткән. Автобусты йөрөтөүсе Михаил Черкасов әйтеүенсә, Өфөнән Инйәргә һәм Архангель районына тиклем ике пассажир, Белореттан Бөрйәнгә алты пассажир (дүртәү Яуымбайға, икәү Иҫке Собханғолға) ҡайтҡан.
Әлеге мәлдә автобусҡа алдан билет йәки урын алыу ҡаралмаған. Диспетчер эшләмәй. «Бер көн эсендә баш ҡалаға барып, кире ҡайтылһа, яҡшы булыр ине», - ти водитель Михаил Анатольевич. Беренсе сентябргә тиклем юл хаҡы буйынса мәсьәләләр хәл ителеп, эштәр яйға һалыныр, тип өмөтләнә ул.
Маршрут ваҡыты рәсми рәүештә әле теркәлмәгән, алдағы көндәрҙә, бәлки, үҙгәреш кисерер, ул турала гәзиттең киләһе һандарында хәбәр итербеҙ.
Читайте нас: