Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 11:58

Йәштәр форумына рәхим итегеҙ!

24 августа райондың “Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагеры базаһында «БурзянFEST-2019» тип исемләнгән район йәштәре форумы үтә.

24 августа райондың “Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагеры базаһында «БурзянFEST-2019» тип исемләнгән район йәштәре форумы үтә.
Форум 4 өлөштән тора:
-волейбол һәм мини футбол буйынса ярыштар (11.00 сәғәттә башлана);
-район хакимиәте башлығы менән осрашыу һәм йәштәрҙең бөгөнгө проблемалары хаҡында кәңәшләшеү, киләсәккә бурыстар билдәләү (17.00 сәғәттә башлана);
-тематик майҙансыҡтар эше (19.00 сәғәттә башлана);
-башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт-дискотека (21.00 сәғәттә башлана).
Инеү ирекле. Йәш сикләүе юҡ.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты.
Читайте нас: