Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 13:00

Ихаталар яңыра

Район үҙәгендә “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә 2024 йылға тиклем алты күп фатирлы йорт ихатаһын төҙөкләндереү планлаштырыла. Быйыл был программа буйынса Ленин урамындағы 64-се йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелә.

Район үҙәгендә “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә 2024 йылға тиклем алты күп фатирлы йорт ихатаһын төҙөкләндереү планлаштырыла. Быйыл был программа буйынса Ленин урамындағы 64-се йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелә.
Проект ике этаптан тора. Беренсе этапта ихаталарҙа асфальт түшәү ҡаралған. Был бурысты юл төҙөү-ремонтлау идаралығы үтәп тә ҡуйған. Шул маҡсатҡа ярашлы, төбәк ҡаҙнаһынан 580 861 һум аҡса бүленгән. Икенсе этап өсөн бүленгән 1 407 919 һум аҡсаға яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары, мәғлүмәт стенды ҡуйыу, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ултыртыу, ҡоймалар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү, парковка урындары булдырыу күҙаллана. Район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм муниципаль торлаҡ контроле буйынса баш белгесе Иршат Зыянбаев әйтеүенсә, республика бюджетынан килгән аҡса 94 процент тәшкил итә. Биш процентын муниципаль берәмек ҡаплай. Ҡалған бер процентын иһә күп фатирлы йорт милекселәре йыйып бирергә тейеш.
Бынан тыш, подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса айырым программа ла эшләй. Быйыл - бер, икенсе йыл иһә өс подъезға ремонт яһаласаҡ. Әлеге ваҡытта ихатаһы төҙөкләндерелеүсе йорттоң бер подъезында буяу эштәре бара. Һикәлтә йүнәтәләр, иҫке ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе яңыһына алмаштыралар, почта йәшниктәре, яҡтыртҡыстар ҡуялар. Төҙөлөш эштәрен Артур Халиҡов етәкселегендәге «Стройуниверсал» ойошмаһы башҡара. Финанслау капиталь ремонт буйынса төбәк операторынан килә.
Әле төҙөлөш урынында ҡыҙыу эш ваҡыты. Эстә буяу эштәре тамамланған. Подъезға ингән ергә плита һалырға, тыштағы һикәлтәне төҙөргә ҡалған. «Каркасын өйҙән үҙем иретеп йәбештереп алып килдем. Материал һуңлаңҡырап килгәнгә күрә эш ике аҙнаға һуҙылып китте. Иң мөһиме, эштән ҡурҡмаһаң, бөтәһе лә килеп сыға», - ти үҙ эшенең оҫтаһы Айбулат Балапанов.
Читайте нас: