Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 18:00

Бөрйән балына ни етә?!

Үткән шәмбелә район үҙәгендә “Бөрйән балы” йәрминкәһе үтте. Шифалы ризыҡтың һәр төрлөһө тәҡдим ителде халыҡҡа: саған балы, сәскә балы, йүкә менән сәскәнең ҡатнаш балы, солоҡ балы, бал балы бар ине һатыуҙа. Шулай ҙа иң күбе йүкә балы булды.

Аҫҡарҙан Дамир Ибраһимов, мәҫәлән, солоҡ балы ла алып килгән ине.
- Шөкөр, быйыл бал һәйбәт. Минең 30 умартам бар, 4 солоҡ япҡанмын, - ти ул.
- Быйылғы йыл умартасылар өсөн иң уңышлыларҙың береһе булды. Һауа торошо насарыраҡ тороп, тәбиғәт ҡырыҫлығын күрһәтеп алһа ла, умарта тотоусылар ярайһы ғына бал бороп алды.
Бөрйән балы – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, районыбыҙҙың даны, бренды. Киләсәктә лә был тармаҡ үҫеш кисерһен, бал мул булһын, - тине район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов һәм умартасыларҙы ошо арала билдәләнгән байрамдары менән ҡотланы.
Рөстәм Динислам улы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе тарафынан үткәрелгән “Беҙ йәшәгән ауыл” конкурсының еңеүселәрен дә бүләкләп китте.
Мәҡәләнең тулы вариантың "Таң" гәзитенең 20 август һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: